Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Февраль 2023, 16:30

Беҙҙе ҙур ярыш көтә

Башҡортостанда 2023 йылдың декабрендә биатлон буйынса Содружество кубогы ярыштарының уҙыуы ихтимал

Беҙҙе ҙур ярыш көтә
Беҙҙе ҙур ярыш көтә

Башҡортостанда 2023 йылдың декабрендә биатлон буйынса Содружество кубогы ярыштарының уҙыуы ихтимал. Был хаҡта бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

– Өфөлә ҡышҡы спорт төрҙәре көнөн һәм биатлон буйынса Рәсәй беренселеген уңышлы үткәреү Башҡортостанға 2023 йылдың декабрендә Рәсәй һәм Беларусь спортсылары араһында Биатлон буйынса Кубокты уҙғарыуға дәғүә итергә мөмкинлек бирә. Бөгөн Рәсәйҙә ошондай ярыштар Европа кимәленә тиңләштерелде, – тине Руслан Хәбибов.

Радий Хәбиров был идеяны хупланы. “Үткәрегеҙ. Ни тиклем ярыштар күберәк булһа, шул тиклем һәйбәтерәк”, – тине ул.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас