Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
11 Февраль 2023, 19:30

Башҡортостанды асыуҙы дауам итәсәкбеҙ

Республиканың туристик индустрия вәкилдәре менән осрашыуға ниндәй йомғаҡ яһалды? 

Башҡортостанды асыуҙы дауам итәсәкбеҙ
Башҡортостанды асыуҙы дауам итәсәкбеҙ

Бөгөн Ишембай районында Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә республиканың туристик индустрия вәкилдәре менән осрашыуға йомғаҡ яһаны.

Максим Геннадьевичтан Башҡортостан туриндустрияһы вәкилдәре менән үткән кәңәшмә йомғаҡтары буйынса ниндәйҙер саралар күреләсәге тураһында, ниндәй тәҡдимдәр яңғырауы хаҡында һоранылар.

– Бөтә тәҡдимдәр ҙә шәп, ысынлап та! Иң элек, республика булған федераль мөмкинлектәрҙе системалы файҙаланып, туризмды үҫтерә. Башҡортостан юҡҡа ғына төп программалар: урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү, ваҡиғалар туризмын үҫтереү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса тәүге өс лидер иҫәбендә түгел.

Икенсе яҡтан, республика был тармаҡҡа әүҙем өлөш индерә. Пропорцияларҙы ҡарағанда, төбәк федераль аҡсаларҙы ярайһы уҡ әүҙем йәлеп итә, шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан барыбер республика ҡаҙнаһынан аҡса һала. Был республиканың һүҙҙә түгел, ә эштә туризмдың өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуын аңлауы хаҡында һөйләй.

Бөгөн туриндустрия вәкилдәре берләшмәһе һорауҙарында беҙ эшҡыуарҙарҙың системалы рәүештә нимә барғанын тәрән аңлағанын күрҙек. Һәм тәҡдимдәр – ғәҙәттә, тормошҡа ашырырға кәрәкле әҙер башланғыстар. Әйтәйек, ситкә сығыу туризмы менән мәҫәлән, Беларусь Республикаһына, бәйле туроператорға түләүҙәр буйынса миҫалды алып ҡарайыҡ. Әлбиттә, быларҙың барыһын да төҙәтергә кәрәк. Ниндәйҙер тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән ҡарарҙар ҙа, системалы мәсьәләләр ҙә булды. Мәҫәлән, ауылдарҙың барыһы ла берҙәм стилдә булһын өсөн, ҡала төҙөлөшөн көйләү темаһы һ.б. Ә был инде оҙайлы проекттар.

Шуға күрә бөгөн ишеткәндәрҙең барыһы ла эш буйынса булды. Барыһын да эшкә алабыҙ.

Хәбәрселәр Радий Хәбировтан Башҡортостан картаһында ниндәй яңы туристарҙы йәлеп итеү урындары барлыҡҡа киләсәк тип һораны.

– Бөгөн коллегабыҙ, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Геннадьевич Решетниковҡа Башҡортостанда туризмдың нисек үҫешеүен күрһәтеү беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Бының өсөн беҙ “Торатау” геопаркына килдек. Беҙҙә бер нисә ошондай нөктә бар. Дәүләт, туристик индустрия, бәләкәй эшҡыуарлыҡ тырышлығы менән туристар йәлеп итерлек урындар булдырылыуын күрһәтәбеҙ.

Яңы нөктәләргә килгәндә, беҙҙә системалы эш яйға һалынған, ул төрлө йүнәлештәр буйынса беренсе йыл ғына бармай. Былар юл буйы сервисы индустрияһын, яңы туристик маршруттар булдырыу, шифахана-курорт селтәрен артабан үҫтереү. Улар тиҫтәләрсә ҡыҙыҡлы туристик объекттарҙы: археологик, мәҙәни, тарихи, тәбиғи объекттарҙы тәртипкә килтереү һәм биҙәү. Быларҙың барыһы менән дә шөғөлләнәбеҙ. Шүлгәнташ мәмерйәһе, Евразия күсмә цивилизациялар музейы, Воскресенск баҡыр иретеү заводы... Тиҙҙән Белорет районындағы Тирләнгә элекке баҡыр иретеү заводы биләмәһенә килеп етәсәкбеҙ. Үҙенсәлекле баҡыр иретеү заводы Ҡағала ла булған, унда уның ҡалдыҡтары һаҡланған. Бынан алдағы быуатта төҙөлгән мәсет тә бар унда.

Быларҙың барыһы ла билдәле бер ваҡытты талап итә. Хатта туристар ағымының артыуы буйынса ла беҙ дөрөҫ юлда булыуын аңлайбыҙ. Шуға күрә республика һәм бөтә Рәсәй халҡы өсөн Башҡортостанды асыуҙы дауам итәсәкбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: