Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
28 Февраль , 22:10

Башҡортостанда туризмдан яҡшы килем алып була

Шифаханаларҙа ял итеүселәр һаны буйынса Рәсәйҙең курорт булмаған төбәктәре араһында беҙ илдә – 5-се, Волга буйы федераль округында беренсе урында торабыҙ.

Башҡортостанда туризмдан яҡшы килем алып була
Башҡортостанда туризмдан яҡшы килем алып була

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы коллегияһында 2023 йыл өсөн эштәргә йомғаҡ яһалды һәм төп бурыстар билдәләнде. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты Башҡортостан иҡтисадының төп таяныстарының береһе тип атарға була. Был бизнес вәкилдәре иҡтисадта мәшғүлдәрҙең өстән бер өлөшөн эш менән тәьмин итә һәм тулайым төбәк продуктының 27 процентын тәшкил итә, был ил буйынса уртаса күрһәткестән 7 процентҡа тиерлек күберәк. Шуны билдәләп үтәм: был ике яҡлы хәрәкәт юлы – беҙ тармаҡҡа ярҙам сараларының тотош системаһын индерҙек. Беҙ илдә өҫтөнлөклө территориялар һаны буйынса лидерҙар араһында һәм сәнәғәт кластерҙары һаны буйынса беренсе урында торабыҙ.

Былтыр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыстарын тормошҡа ашырыуға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Иҡтисадыбыҙҙың тағы ла бер тиҙ үҫкән тармағы - туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы. Шифаханаларҙа ял итеүселәр һаны буйынса Рәсәйҙең курорт булмаған төбәктәре араһында беҙ илдә – 5-се, Волга буйы федераль округында беренсе урында торабыҙ.

Былтыр тармаҡты үҫтереүгә рекордлы 1,5 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Һөҙөмтәлә туристар ағымы 14 проценттан ашыуға артҡан.

Был өлкәләге инвестиция портфеленә 43 миллиард һумдан ашыу суммаға 400-ҙән ашыу проект инә. Туризмда социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙы ла билдәләп үтергә була. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты былтыр Беларусь һәм Абхазияға тиклем киңәйтелде, мәктәп туризмы проекты уңышлы тамамланды.

Быйылғы бурыстар араһында - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын 140 меңгә тиклем арттырыу, республикаға туристар ағымын 20 процентҡа киңәйтеү, туризм инфраструктураһын һәм яңы йүнәлештәрҙе, шул иҫәптән студенттар туризмын үҫтереү. “Беҙҙә туристик-рекреацион типтағы махсус иҡтисади зона булдырыу мәсьәләһен мөмкин тиклем яҡшыраҡ өйрәнергә кәрәк. Эйе, амбициоз, әммә тормошҡа ашырырлыҡ мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү өсөн мөмкин тиклем күберәк көс һаласаҡбыҙ”, -  тип яҙҙы социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. 

Башҡортостанда туризмдан яҡшы килем алып була
Башҡортостанда туризмдан яҡшы килем алып була
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: