Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Апрель , 23:10

Барыһы ла спортты артабан үҫтереү өсөн

Биш йылда йәмғеһе 1400 объектты сафҡа индерҙек. Уларҙың һаны буйынса илдә өсөнсө урында торабыҙ.

Барыһы ла спортты артабан үҫтереү өсөн
Барыһы ла спортты артабан үҫтереү өсөн

Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтенең 2023 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау буйынса доклад менән сығыш яһаны. Министрҙар Кабинеты башлығы 2018 - 2023 йылдар осоронда төбәктә спорт үҫеше тураһында һөйләне.

– Йыл һайын беҙ был йүнәлеште финанслауҙы арттырабыҙ. Дөйөм алғанда, 2018 йылдан бында бюджет сығымдары ике тапҡырға артҡан һәм 9 миллиард һумдан ашып киткән. Спорт инфраструктураһын төҙөү темптары өстән бер өлөшкә артты. Биш йылда йәмғеһе 1400 объектты сафҡа индерҙек. Уларҙың һаны буйынса илдә өсөнсө урында торабыҙ. Бынан тыш, 30 йыл эсендә тәүге тапҡыр спорт ҡоролмаларын капиталь ремонтлау буйынса программа эшләй башланы, – тип һөйләне Андрей Назаров.

Хөкүмәт Премьер-министры билдәләүенсә, спортты үҫтереүҙә кадрҙар ярҙамына айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Әйтәйек, Башҡортостан 2020 йылда Рәсәй төбәктәре араһында беренсе булып “Ауыл тренеры” программаһын ҡабул итте.

- Бөгөн ул Рәсәйҙең 24-тән ашыу төбәгендә индерелгән. 2023 йылда тренерҙарға түләү күләме 600 мең һумдан 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Быйылдан алып оҡшаш “Өфө тренеры” проектын ғәмәлгә ашырабыҙ. Ул ҡала тренерҙарына мөһим ярҙам буласаҡ һәм юғары ҡаҙаныштар спортын үҫтереүгә, спортсыларыбыҙҙың әҙерлеген яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, - тине Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов.

Башҡортостан ҙур спорт ярыштарын уҙғарыу майҙансығы булып сығыш яһай. Һуңғы биш йылда төбәктә халыҡ-ара кимәлдәге 50 турнир уҙҙы. Сурдлимпиясыларҙың Йәйге уйындары, Билбау көрәше буйынса донъя беренселеге, Ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты һәм башҡа күләмле ярыштар былтырғы йылдың сағыу ваҡиғалары булды.

– Спортты үҫтереүҙәге һәм уға ярҙам итеүҙәге ҙур уңыштар арҡаһында ил Президенты Башҡортостанға “Рәсәй - спорт державаһы” төп спорт форумын үткәреүҙе ышанып тапшырҙы. Ул Рәсәй төбәктәренән һәм 15 илдән 5 меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерәсәк. Ҙур сараны быйыл сентябрь-октябрь айҙарында үткәрергә йыйынабыҙ, – тине Хөкүмәт Рәйесе.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23500/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: