Бөгөн һәм иртәгә Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Тимкә ауылы янында "Рәхәттә" (“На Рахате”) һаулыҡ һәм туризм фестивале була. Сарала республикабыҙҙан, Рәсәйҙең башҡа тарафтарынан, Үзбәкстан, Төркиә һәм Ҡытайҙан 500-ҙән ашыу белгес ҡатнаша.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко сараны асҡанда яңы туристик нөктәләрҙең төбәк үҫешендә мөһим роль уйнауын билдәләне.
- Бөгөн төп мәсьәләләрҙең береһе - туристар йәлеп итерлек мөмкин тиклем күберәк нөктәләр барлыҡҡа килһен, - тине сығышында Зөһрә Гордиенко. - Беҙҙә 12 мең йылға аға, 179 тәбиғәт һәйкәле бар. Рәсәйҙә туризм буйынса 13 урындабыҙ. Тәүге 10 төбәк араһына инергә кәрәк.
“ЧистоТоп” мунса индустрияһының халыҡ-ара бойондороҡһоҙ премияһын ойоштороусы Татьяна Печорская, “Лужники” акционерҙар йәмғиәте аквакомплексы директоры Владимир Иоффе, “Рус быуы мәктәбе”нә нигеҙ һалыусы, мейес ҡорамалдарын эшләү буйынса предприятие етәксеһе Денис Вахов, “Василий Ляхов мунса мәктәбе”н ойоштороусы, дөрөҫ парланыу буйынса белгес Василий Ляхов, остаз Рәил Солтанов һәм башҡалар мунса мәҙәниәте, был тармаҡтағы эшҡыуарлыҡ һәм башҡалар тураһында хәбәр итте.
Бөгөн ойошторолған “Ял философияһы. Сәләмәтлек. Матурлыҡ. Танып белеү” тип аталған пленар кәңәшмәнең модераторы – “РБК-Өфө” йәмғиәте директоры Рауил Ватолин.
Ҡырмыҫҡалы ерендә үткәрелгән үҙенсәлекле сара чемпион менән физзарядканан башланды. Беренсе көндә шулай уҡ коллектив парланыу, Рәсәй чемпионаты финалы, “ГастроРәхәт” кулинар фестивале, миндектәр йәрминкәһе үткәрелә.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда туризм, был өлкәлә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҫешә, бизнес өсөн яҡшы шарттар булдырыла. Был сарала иһә файҙалы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашырға йыйынған кешеләр араһында биология фәндәре кандидаты, үләндәр менән дауалау үҙәктәре етәксеһе Михаил Гордеев, билдәле блогер-сәйәхәтсе Рөстәм Нәбиев тә бар. Тәүгеһе үләндәрҙең шифаһы тураһында һөйләһә, билдәле блогер экстремаль туризм хаҡында бәйән итәсәк. Бынан тыш, дөрөҫ туҡланыу, Башҡортостан шифаханаларында дауаланыу тураһында лекциялар ойошторола.
Фестивалдә мунса әҙерләү оҫталығы, күмәк сабыныу буйынса ярыштар үткәреү ҙә ҡаралған. Бынан тыш, бай мәҙәни программа, массаж зоналары бар, һыу аттракциондары эшләй, “ГастроРәхәт” сараһы, оҫталар йәрминкәһе һәм башҡа күп төрлө күңел асыу, ял итеү саралары мауыҡтырғыс.
Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан күсмә һәм модулле мунсалар ҡуйылған, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үтә, милли ризыҡтар урын алған. Тағы үлән йыйыусыларҙың форумы ойошторола. Уларҙы йыйыу, әҙерләү, эшкәртеү, һаҡлау, ташыу, маркировкалау мәсьәләләре ҡараласаҡ. Белгестәр бизнеста был йүнәлештең көнүҙәклеген тикшерелә.
Фестивалгә теләге булған һәр кем килә ала: йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Теркәлеү ҙә талап ителмәй. Инеү бушлай. Иң мөһиме: яҡшы кәйефтең булыуы кәрәк. Сараларҙы ҡарарға, ҡатнашырға теләүселәр палаткалар ҡаласығында ҡуртымға палатка ла алып тора ала. Ошо урынға иртәнге сәғәт 10-дан Өфөләге “Торатау” конгресс-холынан һәм “Ҡашҡаҙан” паркынан алты рейс ойошторола. Улар халыҡты 17-00 сәғәткә тиклем фестивалгә ташыясаҡ. Ҡайтыр яҡҡа шул уҡ автобустарҙа 19.00, 20.00 һәм 20.30 сәғәттәрҙә юлланырға мөмкин.
Бынан тыш, фестиваль ҡунаҡтары өсөн бушлай туҡталҡа бар. Сараға инеү ирекле. Түбәндәге сайтта ентекләберәк танышығыҙ: https://нарахате.рф. Белешмәләрҙе 8-800-101-10-12 телефоны аша алырға мөмкин.
Автор фотолары.
+ 0