Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Октябрь , 00:20

Өфө форумды лайыҡлы ҡабул итә

Владимир Путин Башҡортостандың баш ҡалаһында барған “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумының пленар ултырышында сығыш яһаны.

Өфө форумды лайыҡлы ҡабул итә
Өфө форумды лайыҡлы ҡабул итә

17 октябрҙә Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың баш ҡалаһында барған “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумының пленар ултырышында сығыш яһаны. Яңы Көрәш һарайында уҙған ҙур сарала республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Дәүләт башлығы форумда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм уларға һөҙөмтәле эш теләне.

– Беҙ Өфөлә, Башҡортостандың баш ҡалаһында, күп милләтле Ватаныбыҙҙың иң үҙенсәлекле төбәктәренең береһендә йыйылдыҡ. Быйыл Өфө үҙенең 450 йыллығын билдәләй. Был мөһим ваҡиға менән ҡала һәм бөтә республика халҡын ҡотлағым килә. Шулай уҡ илебеҙҙең үҫешенә ҙур өлөш индергән, уның хәрби, хеҙмәт, ғилми һәм спорт еңеүҙәре өсөн рәхмәт әйтәһем килә, – тине Владимир Путин. – Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостандың билдәле ҡунаҡсыллығын лайыҡлы баһалар, боронғо төйәктең тарихы, уның уникаль мәҙәни мираҫы һәм спорт традициялары һәм, әлбиттә, төбәктең хәҙерге ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһынып танышыр тип ышанам. Башҡортостан хаҡлы рәүештә форумды ҡабул итә, уның темаһы бик көнүҙәк яңғырай: “Спорт – киләсәккә комплекслы ҡараш”.

Ил Президенты тиң хоҡуҡлылыҡтың һәм асыҡлыҡтың, үҙ-ара хөрмәттең, спортта халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең яңы форматтарын индереүҙең мөһимлеген билдәләне.

– Билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәй тәҡдим иткән башланғыстар – ул атлеттарға ареналарҙа үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр, бында спорт тәү сиратта сәйәсәттән тыш, беҙ ирекле һәм ғәҙел, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек рухы менән һуғарылған спортты ҡәҙерләйбеҙ һәм яратабыҙ. “Рәсәй – спорт державаһы” форумы майҙансыҡтарында ла тап ошондай мөхит хөкөм һөрә. Ул халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте, бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында ойошторола, төрлө, ҡайһы берҙә киҫкен темалар буйынса асыҡтан-асыҡ аралашыу, спорт әҙерлегенең иң яҡшы тәжрибәләре, һәүәҫкәр һәм профессиональ спортты фәнни оҙатыу методикалары һәм, әлбиттә, сәләмәт йәшәү рәүеше мәҙәниәтен үҫтереү идеялары менән уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә. Беҙ Рәсәйҙә спортта милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүҙең төп юлдарының береһен, кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәрергә, уларға яңы офоҡтар асырға, үҙ-үҙенә ышанырға һәм спортта ла, дөйөм алғанда тормошта ла уңышлы булырға һәләтле ҡеүәтле ресурсты күрәбеҙ, – тине Владимир Путин. – Һүҙемде йомғаҡлап, форумда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңышлы эш теләйем. Өфө һәм беҙҙең иҫ киткес Башҡортостан менән танышыуҙан иң изге, иҫтә ҡалырлыҡ тәьҫораттар булһын.

Пленар ултырыштан һуң көрәш һарайы майҙансығында дәүләт башлығы Азия шахмат федерацияһы президенты шәйех Солтан бен Хәлифә Әл Нахайян менән осрашты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: