Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Ноябрь , 23:10

Спорт көрәше үҫеше мәсьәләләре ҡаралды

Үҙенең телмәрендә Владимир Якушев сарала ҡатнашыусыларҙы Бөтә Рәсәй самбо көнө менән ҡотланы. Ә уны ил Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән булдырғайны.

Спорт көрәше үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Спорт көрәше үҫеше мәсьәләләре ҡаралды

Бөгөн Өфөләге Көрәш һарайында “Рәсәй Zа Самбо” форумының пленар ултырышы булды. Ул, “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Zа самбо” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелде. Делегаттар араһында алдынғы спортсылар, тренерҙар, йәмәғәт ойошмалары һәм спорт клубтары вәкилдәре бар ине. Рәсәйҙә спорт көрәше үҫеше мәсьәләләре ҡаралды.

Ултырышта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Алтай Республикаһы Башлығы, төбәк Хөкүмәте рәйесе Андрей Турчак, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин ҡатнашты.

Үҙенең телмәрендә Владимир Якушев сарала ҡатнашыусыларҙы Бөтә Рәсәй самбо көнө менән ҡотланы. Ә уны ил Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән булдырғайны.

- Республика етәкселегенә, шәхсән, Радий Фәрит улы, Һеҙгә бөгөнгө сараның юғары кимәлдә үтеүе өсөн рәхмәт белдергем килә. Төбәк “Zа самбо” федераль проектына әүҙем булышлыҡ итә. Бөгөн беҙ был майҙансыҡта берҙәм эшмәкәрлегебеҙҙең һөҙөмтәләрен барларға, киләсәккә маҡсаттар ҡуйырға йыйылғанбыҙ, - тине Владимир Якушев. – Самбо спорт төрө генә түгел, айырым философия, идеология, йәштәребеҙҙе тәрбиәләүҙең мөһим инструменты. “Zа самбо” проектының барлыҡ кураторҙарына ла рәхмәт белдерге килә. Артабан да был йүнәлете үҫтереү мөһим, шуға барлыҡ мөһим инфраструктураны булдырыу, тренерҙарҙы әҙерләү буйынса маҡсаттар ҡуябыҙ.

Владимир Якушев Рәсәй мәктәптәрендә самбо дәрестәрен алып барыу буйынса пилот проектына анонс бирҙе һәм 2025 йылда ил төбәктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған самбо буйынса турнирҙар ойошторорға тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй Zа Самбо” форумына ярашлы үткәрелгән “Zвезда” турнирының Көрәш һарайында ойошторолған беренсе масштаблы ярыштар булыуы тураһында әйтте.

- Спорт инфраструктураһын үҫтереү милли идея булырға тейеш. “Берҙәм Рәсәй” партияһының был эшкә әүҙем булышлыҡ итеүе мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе йәштәр араһында спорт көрәшен йәйелдереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләне. Уларҙың береһе – квалификациялы педагогик кадрҙар әҙерләү.

- Бының өсөн тәү сиратта йәш белгестәрҙе йәлеп итеү мөһим.  Быны Башҡортостанда “Ауыл тренеры” һәм “Ҡала тренеры” программалары аша атҡарабыҙ. Башҡортостанда барлығы 10 меңдән ашыу тренер эшләй. Был йәһәттән дә өҫтәмә ярҙам саралары кәрәк, - тип хәбәр итте Радий Хәбипров. – Илдә "Zа самбо” проектының барлыҡҡа килеүенә шатбыҙ. Уға ихлас ҡушылдыҡ. Республикалағы 37 мәктәптә ул тормошҡа ашырыла.

Алтай Республикаһы Башлығы, төбәк Хөкүмәте рәйесе Андрей Турчак Башҡортостанда спортҡа ҙур иғтибар бүүленеүе тураһында әйтте. Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин да Бөтә Рәсәй самбо көнө менән ҡотланы. Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов форумда ҡатнашыусыларға сәләмен ебәргән. Был хаҡта уның статс-секретары-министры урынбаҫары Андрей Корнеев белдерҙе. Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев форумдың түңәрәк өҫтәлдәр эше һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

Фото, сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/185729.html

Спорт көрәше үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Спорт көрәше үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: