Тәүге тапҡыр үҙен ярыштарҙа һынап ҡараған көндәренән алып Батырхан Ғайсин спорт һөйөүселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итте.
Кикбоксинг буйынса спорт мастерлығына кандидат Фәим Ғайсин Ауырғазы районының Талбазы ауылында йәшәй. Шуныһы үҙенсәлекле: ул – ҡурайсы ла, тренер ҙа. Бала сағынан, сәнғәт менән бер рәттән, спорт донъяһына ынтылған, сәләмәт тормош алып барыу яҡлы булған.
Фәим Салауат улы оҙаҡ йылдар ҡыҙҙарға һәм малайҙарға милли көрәш, каратэ серҙәрен өйрәтә. Бынан тыш, ҡурай ансамбленә етәкселек итә. Һәр эшен дә бирелеп китеп, ысын күңелдән башҡара ул. Бынан тыш, ул уҡ атыу оҫтаһы ла.
Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, уның улы Батырхан да мәргән уҡсы. Күптән түгел ул Ҡаҙағстанда уҡ атыу буйынса үткәрелгән халыҡ-ара ярыштарҙа бер түгел, ике алтын миҙал яуланы! Был егеттең һәм уның тренеры булған атаһының – оҙаҡ йылдар даими алып барылған күнекмәләр һөҙөмтәһе.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan