Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
12 Февраль , 17:00

Илнарға ҙур уңыштар теләйбеҙ

“Prime FL” чемпионы, “Хантер” ҡушаматлы Илнар Ишембаев Суламбек “Ҡыҙыл йәнлек” Шахгирев менән осраша.

Илнарға ҙур уңыштар теләйбеҙ
Илнарға ҙур уңыштар теләйбеҙ

14 февралдә Өфөлә үткәреләсәк алыш алдынан яҡташыбыҙ  MMA.Metaratings.ru баҫмаһына үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан.

“Алыш минең өсөн ҙур мәғәнәгә эйә. Иң мөһиме – Өфөлә ойоштороласаҡ турнирҙа ҡатнашам. Был минең өсөн бик мөһим. “Ҡыҙыл йәнлек” менән ҡаршылыҡтың да үҙ тарихы бар. Беренсе алыш булды,  – тип белдергән Илнар Ишембаев. –  Был юлы сағыу сығыш яһарға уйлайым һәм хәҙер миңә еңеп сығыу мөһим. Тигеҙ иҫәп теркәлергә тейеш түгел. Ошо йәһәттән көнәркәшсем булышыр, моғайын. “Ҡыҙыл йәнлек” – былай бик ныҡыш һәм тырыш  алышсы. Тотош арауыҡ ярыш үткәрелер, моғайын. Һөҙөмтәлә минең ҡулымды күтәрерҙәр, тип өмөт итәм”.

“Хантер” ҡушаматлы Илнар Ишембаев Суламбек “Ҡыҙыл йәнлек” Шахгирев быға тиклем былтыр "Hardcore” лигаһында осрашҡайны һәм унда тигеҙ иҫәп теркәлгәйне. Сираттағыһы яҡташыбыҙға ҙур уңыш килтерһен, тип теләйек.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас