Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
13 Февраль , 18:30

Хоккейсы ҡурайҙа уйнаны

Был ваҡытта Алексей Василевский ҡапҡасыға бара һәм ҡурайҙа уйнай, артабан ул сихырланған кеүек кире китә. Тулыраҡ - сайтта:

Хоккейсы ҡурайҙа уйнаны
Хоккейсы ҡурайҙа уйнаны

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы һаҡсыһы Алексей Василевский Континенталь хоккей лигаһы “йондоҙ”ҙары матчының “Иң яҡшы буллит” номинацияһында еңеүсе тип танылды.

Беренселекте яулаусы тауыш биреү һөҙөмтәһендә асыҡланды. Хоккей яратыусылар башҡорт музыка ҡоралы булышлығында атҡарылған буллитты һайланы. Был ваҡытта Алексей Василевский ҡапҡасыға бара һәм ҡурайҙа уйнай, артабан ул сихырланған кеүек кире китә.

“Буллитт хаҡында ишеткәс, бер көн эсендә уйлап сығарҙыҡ һәм батыр образын һынландырырға ҡарар иттек. Бының өсөн башҡорт мәҙәниәтен күрһәтеү маҡсатында бүрек кейҙем һәм ҡулыма ҡурай алдым. Минең буллит өсөн тауыш биргәндәргә рәхмәт”,  – тип белдергән Алексей.

Фото: Континенталь хоккей лигаһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас