14 февралдә Өфөлә “Prime F” ҡул һуғыштары лигаһының бишенсе стадион турниры булды. Унда донъяның алты иленән, шул иҫәптән Башҡортостандан 22 спортсы ҡатнашты.
Ике легенданың – Илнар “Хантер” Ишембаев менән “Ҡыҙыл йәнлек” Суламбек Шахгириевтың биш раундлыҡ реваншы был осрашыуҙың төп сараһына әүерелде. Уларҙың быға тиклемге, 2024 йылдың апрелендәге, осрашыуы тигеҙ иҫәп менән тамамланғайны.
Турнирҙы Башҡортостандан Хазрадбек Немаджонов менән Тажикстандан Фазлидин Оморов осрашыуы асты. Судьяларҙың берҙәм тауышы менән яҡташыбыҙ еңеүгә өлгәште. Ауыр ауырлыҡтағы ярыштарҙа Өфөнән Илья Макаров Данил Жмакты еңде. Шишмәнән Георгий Березкин ошо уҡ ауырлыҡ үлсәмендә икенсе раундта техник нокаут менән Ҡаҙағстандан Шахид Смагулды еңде. Дүртөйләнән Руслан Ғәйнетдинов Ҡаҙағстандан Ерасыл Акранбекка ҡарағанда көслөрәк булып сыҡты. Айҙар Ғәйнуллин өсөнсө раундта Камерундан Гере “Камерун” Мохамедты нокаудтҡа сығарҙы һәм үҙенең был еңеүен Башҡортостанда йәшәүселәргә арнаны.
Турнир алдынан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, республиканың Бокс федерацияһы президенты Андрей Назаров сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне:
-Республикабыҙ өсөн ошондай сағыу һәм тамашалы сарала ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеү мәртәбәле. Ойоштороусыларға турнирҙы юғары кимәлдә үткәреүҙәре өсөн рәхмәт. Бокс федерацияһы ошондай сараларға һәр саҡ булышлыҡ итәсәк. Бөгөн бында Башҡортостан спортсылары бар. Был республикала көрәш мәктәбе менән спорттың юғары кимәлдә икәнлеге тураһында һөйләй. Беҙ Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы спорты баш ҡалаһы булыуы өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа спортҡа булған ошондай ҡарашы һәм ярҙамы өсөн рәхмәт, тамашасыларға һәм көйәрмәндәргә рәхмәт, - тине Андрей Геннадьевич.
“Хантер” менән “Ҡыҙыл йәнлек” барлыҡ биш раундта ла алышты. Судьяларҙың берҙәм тауышы менән Рәсәйҙең кикбоксинг буйынса йыйылма командаһы ағзаһы, Рәсәй һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәр чемпионаттарында призлы урындар яулаусы Илнар Ишембаев еңеү яуланы.
-Башҡортостан – яратам! Республика Хөкүмәтенә, Спорт министрлығына, ойоштороусыларға рәхмәт – барыһы ла юғары кимәлдә! Бөгөнгө театр һеҙҙең өсөн. Көнәркәшсегә һәм тамашасыларға рәхмәт! - тип залға мөрәжәғәт итте Илнар Ишембаев.
Суламбек Шахгириев та көнәркәшсеһенә рәхмәт әйтте:
-Өфө – бик матур ҡала. Үҙегеҙҙең ватандашығыҙ өсөн берҙәм “көйөү”егеҙ миңә оҡшаны. Бөгөн танауым бер аҙ һынатты, әммә минең команда шәп, барыһына рәхмәт!
Сығанаҡ, фото:
|
/mgazeta.com/articles/sport/2026-02-15/ishimbaev-odolel-shahgirieva-v-glavnom-poedinke-turnira-prime-fl-v-ufe-4578480 |
|
|
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! |
|