Спорт һәм туризм
19 Апреля , 06:15

Беҙҙең “Ағиҙел” хоккей командаһы Рәсәй чемпионы исемен яуланы

Был 15 йәшлек команданың етенсе тапҡыр еңеүе!

Беҙҙең “Ағиҙел” хоккей командаһы Рәсәй чемпионы исемен яуланыБеҙҙең “Ағиҙел” хоккей командаһы Рәсәй чемпионы исемен яуланы
Беҙҙең “Ағиҙел” хоккей командаһы Рәсәй чемпионы исемен яуланы

Өфөнөң “Ағиҙел” командаһы финалда Мәскәү өлкәһенән “Торнадо”ны еңеп, алты тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яуланы.

Воскресенскиҙағы матч Өфө командаһы файҙаһына 1:0 иҫәбе менән тамамланды!

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Рөстәм Хәбибов Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән команданы һәм команданың баш тренеры Валерий Дәүләтшинды еңеү менән ҡотланы һәм Рәсәй Хоккей федерацияһының генераль директоры Дмитрий Курбатов менән берлектә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының ҡәҙерле Кубогын тапшырҙы!

Шулай итеп, 15 йыл эсендә Өфөнөң “Ағиҙел” командаһы ете тапҡыр Рәсәй чемпионы булды, алтынсы тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яуланы.

“Ағиҙел” командаһының уңышы – Башҡортостан спортының сираттағы ҙур еңеүе!

Фото: Рөстәм Хәбибовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Беҙҙең “Ағиҙел” хоккей командаһы Рәсәй чемпионы исемен яуланы
Беҙҙең “Ағиҙел” хоккей командаһы Рәсәй чемпионы исемен яуланы
Беҙҙең “Ағиҙел” хоккей командаһы Рәсәй чемпионы исемен яуланы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас