

Һәр хәрби сәнғәт төрө иғтибарға лайыҡ
Заманында, 1988 йылда билдәле боксер Майк Тайсон, рингта Майкл Спинкс менән алышып, ике минут эсендә еңеү яулаған һәм 20 миллион доллар эшләгән. 2015 йылдың 3 майында иһә бокс тарихында иң ҡиммәтле алыш үткәрелгән: рингта ике спорт легендаһы – Флойд Мэйуэзер менән Мэнни Пакьяо осрашҡан. Һөҙөмтәлә Флойд еңеү яулаған һәм 120 миллион долларға лайыҡ булған. Мэнниға 80 миллион доллар тапшырылған.
Спорт донъяһында билдәле боксерҙар бихисап. Башҡорт спортсыларына килгәндә, Хәбир Сөләймәновтың исем-шәрифе күптәргә таныш. Ул – Нью-Йорк ҡалаһының бокс буйынса чемпионы, Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауы һәм Бөтә донъя бокс берекмәһенең “WBO NABO вакант” титулы хужаһы.
Әйткәндәй, 2020 йылда Өфөләге республика Спорт әҙерлеге үҙәгендә Николай Валуев исемендәге бокс буйынса олимпия резервының спорт мәктәбе асылғайны. Бында Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ спортсылар әҙерләнә. Ҙур бинала өс бокс рингы урынлашҡан. Хәҙер унда республиканың бар спортсылары шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә.
– Тиңһеҙ көрәштә алышабыҙ, әммә был осраҡта ҡаҡшамаҫ рухи көс тә мөһим. Ул иһә сыныҡтыра һәм тормоштоң һәр өлкәһендә ышаныс бирә, – тип белдергәйне Өфөгә бер килгәнендә Николай Валуев, йәш спортсыларға мөрәжәғәт итеп.
Белеүебеҙсә, 2023 йылда боксерҙар йәмәғәтселеге республика Башлығы башланғысын хупланы һәм дөйөм йыйылышта берҙәм тауыш менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровты республиканың Бокс буйынса федерацияһы президенты итеп һайланы. Андрей Геннадьевич, бай тәжрибәле етәксе булараҡ, бокс үҫешһен өсөн эшкә дәррәү тотондо, һәм һуңғы йылдарҙа Өфө, ысынлап та, халыҡ-ара кимәлдәге ҙур ярыштарҙы үткәреү урынына әйләнде.
Бындай чемпиондар үҙҙәренә иғтибарҙы йәлеп итә, ярыштар барышында лидерҙар барлыҡҡа килә. Республикабыҙҙа улар – Артур Собханҡолов, Данис Ғабдрафиҡов, Азалиә Әминева, Бекхан Исраилов һәм башҡалар. Күптәр өсөн лидерҙарыбыҙ миҫал булып тора, спорт эшмәкәрлектәренең һөҙөмтәләре республика данын арттыра.
Ҡәләм оҫталары бокс серҙәрен өйрәнде
Әлбиттә, һәр спорт төрөнөң, шул иҫәптән бокстың да файҙаһы бар. Беренсенән, ул үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра, холоҡто нығыта, ныҡлы ихтыяр көсө тәрбиәләй һәм ғәмәлдәрҙең эҙмә-эҙлекле булыуына өндәй. Спорттың уйын төрҙәренән айырмалы, бокста тәртип булмаһа, рингта башыңа эләгәсәк, һыҙланыуға дусар буласаҡһың. Шуға күрә еңелергә теләмәһәң, беренсе урынды яулағың килһә, тәү сиратта спорсынан тәртип, дисциплина талап ителә. Бокста ул бик мөһим. Ошоларҙың барыһына ла үткән шишәмбе журналистар билдәле боксер Данис Ғабдрафиҡовтың оҫталыҡ дәрестәрендә инанды. Сара Николай Валуев исемендәге Олимпия резервы спорт мәктәбендә үткәрелде.
– Сығышым менән – Бәләбәй районының Малиновка ауылынанмын. Бәләбәйҙәге гимназияла бокс менән шөғөлләнә башланым. Беренсе тренерым – Айрат Малик улы Әхмәҙуллин. Тап уның ҡулы аҫтында мин был спорт төрөнөң үҙенсәлектәре тураһында ныҡлап төшөнә башланым, – тип һөйләне билдәле боксер. – Артабан Затонда урынлашҡан Өфө спорт интернатына уҡырға индем. Унда тренерым Вадим Кудинов булды. Йәш үҫмерҙәр спортынан өлкәндәр спортына күскәндә һынылышлы осор булды. Республика йыйылма командаһының баш тренеры Мария Карабанова етәкселегендә карьерам ҡапыл юғарыға күтәрелде. Бөгөн мин бокс буйынса һәр көн ике-өс күнекмә үткәрәм, төрлө ярыштарҙа даими ҡатнашам.
Данис Ғабдрафиҡов тренер-уҡытыусы һөнәрен алған, әрме сафтарында – Псковта спезназда хеҙмәт иткән. Рәсәйҙең көмөш билбау хужаһы ҡәләм оҫталары менән күнегеүҙәр эшләне, үҙеңде яҡлау техникаһы серҙәренә өйрәтте. Был ғына түгел, уларҙы снарядтарҙа атҡарып күрһәтте. Бының өсөн беҙгә боксер бирсәткәләре бирҙеләр. Шулай итеп үҙеңдең ошо оҫталыҡ дәресендә алған тәжрибәңде күрһәтеү мөмкинлеге булды. Шуныһы үҙенсәлекле: оҫталыҡ дәресенә гүзәл зат вәкилдәре күберәк килгәйне. Ошоноң менән бәйле боксер түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
– Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар боксы бик популяр. Спортсыбыҙ Азалиә Әминева – ошо спорт төрөнөң “йондоҙо”. Республикабыҙҙың, Волга буйы федраль округы йыйылма командаһының баш тренеры Мария Карабанова менән ғорурланабыҙ. Ул үҙенең генә түгел, тотош республика спортсылары өсөн борсола, – тине Данис Ғабдрафиҡов.
Ғөмүмән, Башҡортостанда ғорурланырлыҡ спортсылар, спорт объекттары һәм төрлө программалар күп. Быларҙың барыһы ла - һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың спорт тармағына булған ҙур һәм етди иғтибары һөҙөмтәһе. Бына тигән, донъя кимәлендәге спорт объекттары байтаҡ. Уларҙың береһе, Көрәш һарайы, 24 апрелдә донъя боксы үҙәгенә әүереләсәк.
Беҙгә оҫталыҡ дәресе күрһәткән Данис Ғабдрафиҡов WBA Asia East титулы өсөн Ҡаҙағстандан Рәхәт Сейтжан менән көс һынашасаҡ. Был көндө Көрәш һарайында “БЕТСИТИ.IBA.PRO 17” турнирының төп ваҡиғаһы үткәреләсәк – республикабыҙҙа күптәр яратҡан 34 йәшлек Артур Собханҡолов (11-0, КО 5) рингҡа сығасаҡ. 12 раундлы яуҙа яҡташыбыҙҙың көнәркәшсеһе - Тажикстандан Баходур Усманов (12-0, КО 5) буласаҡ.
Ике боксер ҙа еңелеүгә дусар булғаны юҡ һәм донъя рейтингтарында юғары урындарҙы биләй. IBF-та Артур – һигеҙенсе, Баходур 11-се урында. Өфөлә үткәрелгән сарала еңеү яулау Американан Рэймонд Мураталла менән осрашыуға яҡынайтасаҡ. Шуға күрә был турнир башҡорт бокс мәктәбе өсөн мәртәбәле. БРИКС уйындары “йондоҙо” Азалиә Әминева иһә WBA Asia билбауы өсөн Нигериянан Синтия Огунсемилоре менән осрашасаҡ.
Был спорт сараһына килегеҙ, спортсылар өсөн янып-көйөгөҙ һәм яҡындарығыҙҙы төрлө спорт төрҙәренә йәлеп итегеҙ.
Анна КУЛИНИЧ-СОРОКИНА, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Паралимпия уйындарында ике көмөш һәм бер бронза миҙал яулаусы:
– Ярыштарға әҙерләнгәндә төрлө спорт, шул иҫәптән тай боксы алымдарын ҡулланам, шуға күрә бөгөн боксер Данис Ғабдрафиҡовтың кәңәштәрен тыңлау мауыҡтырғыс булды. Бокс миңә физик йәһәттән нығынырға, етеҙерәк һәм шәберәк булырға ярҙам итә.
Алһыу МУЛЛАХМӘТОВА, “Молодежная газета”ның баш мөхәррире:
– Бик мауыҡтырғыс сара булды. Хәҙер Азалиә Әминеваның бокс алымдарын нисек шәп ҡулланғанын яҡшы аңлайым. Данис Ғабдрафиҡов та республикала ҡатын-ҡыҙҙар боксының йылдам үҫеүе тураһында әйткәйне. Ысынлап та, гүзәл зат вәкилдәре шөғөлләнә ала икән. Бөгөнгө оҫталыҡ дәресе беҙгә, журналистарға, һәр йәһәттән, шул иҫәптән физик яҡтан этәргес көскә әүерелде. Хәҙер 10 – 15 процент кешеләрҙең ниңә бокс менән шөғөлләнеүен аңлайым. Бик матур спорт төрө икән.
Дилара АРСАЕВА, “Һәнәк” журналының өлкән мөхәррире:
– Бик үҙенсәлекле спорт төрө булған бокстың нескәлектәре тураһында барыһы ла яҡшы белеп бөтмәй. Ошо йәһәттән билдәле боксер үткәргән оҫталыҡ дәресе бик файҙалы булды.
Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА, “Йәншишмә” балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең яуаплы секретары:
– Бөгөнгө сара минең өсөн бөтөнләй яңы формат булды. Спорт өлкәһе менән ныҡ ҡыҙыҡһынам, тип әйтә алмайым, әммә ошондай саҡырыуҙарҙы ихлас ҡабул итәм һәм төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға тырышам. Ә бына боксҡа мин беренсе тапҡыр эләктем һәм тәүге тапҡыр ысын рингты күрҙем (йылмая). Данис Ғабдрафиҡов – шул тиклем асыҡ күңелле, ихлас спортсы, шуға күрә уның менән аралашырға, унан күп нәмәләр өйрәнергә мөмкин. Төрлө күнекмәләрҙе эшләп ҡараным һәм улар минең өсөн мауыҡтырғыс булды. Ошондай сараларҙы, бәлки, мәктәптәрҙә үткәрергә кәрәктер? Был балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу өсөн яҡшы алымға әйләнер ине.