Спорт һәм туризм
29 Апреля , 14:40

Туризм үҫеше йәһәтенән өлгө күрһәтәбеҙ

Өфөлә эшҡыуарҙар ҙур форумға йыйылды.

Туризм үҫеше йәһәтенән өлгө күрһәтәбеҙТуризм үҫеше йәһәтенән өлгө күрһәтәбеҙ
Туризм үҫеше йәһәтенән өлгө күрһәтәбеҙ

29-30 апрелдәге “Туризм инфраструктураһын формалаштырыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының роле” тип исемләнгән  форумда ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһына  Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаттарының рәсми делегацияһы килде. Делегация составында Дәүләт Думаһының туризм һәм туризм инфраструктураһы үҫеше буйынса комитеты рәйесе Сангаджи Тарбаев, Дәүләт Думаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе Александр Демин бар.

Бөгөн Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы делегацияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты.

Форум сиктәрендә бөгөн Нуриман районында “Башҡортостанда автотуризм инфраструктураһы үҫеше” темаһына фекер алышыу булды. Унда Рәсәйҙең Дәүләт Думаһының туризм һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитетының эксперт советы ағзалары ла ҡатнашты. Нуриман районындағы төп сара – “Үҫеш нөктәһе булараҡ эске туризм” темаһына арналған пленар дискуссия булды.

30 апрелдә Өфөлә “Башҡортостан өлгөһөндә төбәктәр иҡтисадының үҫеш нөктәһе булараҡ туризм өлкәһендә бәләкәй бизнес үҫеше” темаһына түңәрәк өҫтәл планлаштырылған.

Әйтергә кәрәк, Башҡортостан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса Волга буйы федераль округында 2-се урынды, Рәсәйҙә 9-сы урынды биләй.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының Берҙәм реестры мәғлүмәттәре буйынса 2026 йылдың 10 апреленә ҡарата республикала 154 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары теркәлгән. Был иһә үткән йылдың ошо осоро күрһәткестәренән 6 процентҡа күберәк. Былтыр 151 мең ошондай субъект булған.

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә шөғөлләнеүселәр, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр һаны ла артыуға бара. Быйыл 31 мартҡа уларҙың һаны 657,3 мең кешегә етте. Был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 6,6 процентҡа күберәк.

Республикабыҙҙа шифахана-курорт тармағының әүҙем үҫеүе лә беҙҙең ҡаҙанышыбыҙ. Башҡортостандың шифахана-курорт ойошмаларына урынлашыусылар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы Федераль округы төбәктәре араһында алдынғылыҡты биләй, Рәсәйҙә 5-се урынды яулай.

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары Башҡортостанда туризм потенциалының ҙур булыуын билдәләй. Дәүләт Думаһының туризм һәм туризм инфраструктураһы үҫеше буйынса комитет рәйесе Сангаджи Тарбаев республикабыҙҙың юғары туризм потенциалы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Күләмле форумды уҙғарыу өсөн тап Башҡортостандың һайланыуы ла осраҡлы түгел. Төбәк властары туризм тармағы үҫешенә ҙур иғтибар бирә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән төбәктә туризм инфраструктураһы проекттары тормошҡа ашырыла.

Рәсәй туроператорҙарының Берҙәм федераль реестрына ингән Башҡортостан буйынса маршруттар булдырған туризм операторҙарының һаны 49-ға етә. Республика туроператорҙары тарафынан йыл һайын төрлө йүнәлештәге яңы туризм маршруттары булдырыла, бөгөн уларҙың һаны 700-ҙән артып китә.

Башҡортостан геопарктары менән дә данлы. Донъя кимәлендәге иҫтәлекле урындар рәтенә инә улар. Башҡортостан - ЮНЕСКО глобаль селтәренә кергән ике геопаркы булған илебеҙҙәге берҙән-бер төбәк. Улар - “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктары.

2020 йылда “Янғантау” геопаркы халыҡ-ара исемде яулаған Рәсәйҙәге тәүге геопарк булды. “Торатау” геопаркы ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә 2025 йылда индерелде. Шул йылда “Торатау” геопаркы биләмәһендә Ғафури районында “Усолка” һәм “Алыҫ Төлкәҫ” тигән халыҡ-ара эталон геология киҫелештәре  рәсми рәүештә асылды. Фәнни берләшмәлә улар “алтын ҡаҙаҡтар” тип атала.

Башҡортостандың туризм йәһәтенән күрһәтер урындары ла, был йүнәлештәге эш менән уртаҡлашыр тәжрибәһе лә ҙур. Әлеге форум быны йәнә бер дәлилләне.

Ынйы ӘХМӘҘУЛЛИНА, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе, республиканың социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған эшҡыуары:

– “Туризм инфраструктураһын булдырыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының роле” форумында Дәүләт Думаһы депутаттары Башҡортостанда гражданлыҡ йәмғиәтен нығытыуға йоғонто яһаған тотороҡло үҙгәрештәрҙе билдәләне. Бизнес үҫеше, был тармаҡта мәшғүл булыусыларҙың артыуы әүҙем эшҡыуарлыҡ ҡатламы булдырылыуы, иҡтисади тотороҡлоҡ һәм граждандарҙың үҙаллылығы тураһында һөйләй. Республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса Башҡортостан ышаныслы рәүештә ТОП-10 рәтенә инә. Волга буйы федераль округында 2-се урын яулауы ла төбәктең округта төп иҡтисади үҙәктәренең береһе булыуын күрһәтә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта мәшғүллектең үҫеүе буйынса ла һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙәге уртаса динамиканан юғарыраҡ булған күрһәткестәргә эйәбеҙ.   

Рәсәй Дәүләт Думаһының туризм һәм туризм инфраструктураһы үҫеше комитеты рәйесе Сангаджи Тарбаев тарафынан билдәләнгән юғары туризм потенциалы, Башҡортостандың тартыу нөктәһенә әүерелеүе тураһында һөйләй. Ошо рәүешле иҡтисад, мәҙәниәт һәм йәмәғәт башланғыстары бер-береһен тағы ла көсәйтә. Шифахана-курорт һәм туризм тармағының үҫеше беҙҙең төбәккә юл аса, төбәк-ара, халыҡ -ара бәйләнеште нығыта.

Дөйөм алғанда, иҡтисад, туризм үҫеше, уникаль тәбиғи ресурстарға иғтибар йәшәү сифатын яҡшыртыуға, граждандарҙың үҫеү мөмкинлектәрен киңәйтергә, йәмәғәт институттарын нығытырға булышлыҡ итә. Рәсәйҙең дөйөм күрһәткестәре фонында Башҡортостан ышаныслы рәүештә иҡтисад һәм әүҙем гражданлыҡ йәмғиәтенең бер-береһен тулыландырыуын сағылдыра.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан, Ынйы Әхмәҙуллинаның шәхси альбомынан.

 

 

 

 

 

 

Туризм үҫеше йәһәтенән өлгө күрһәтәбеҙ
Туризм үҫеше йәһәтенән өлгө күрһәтәбеҙ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас