Спорт һәм туризм
6 Августа , 17:15

Федераль һәм төбәк блогерҙары менән осрашыу булды

Сессия ултырышында, федераль һәм төбәк блогерҙарынан тыш, республиканың туризм индустрияһы лидерҙары һәм вәкилдәре ҡатнашты. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала:

Федераль һәм төбәк блогерҙары менән осрашыу булдыФедераль һәм төбәк блогерҙары менән осрашыу булды
Федераль һәм төбәк блогерҙары менән осрашыу булды

Ултырыш башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сараға килгән туризм өлкәһендәге федераль һәм төбәк блогерҙары, инфлюенсерҙар менән осрашты. Уларҙың яҙылыусыларын ҡушһаң, 15 миллион кешенән аша.

- Башҡортостандың тәбиғәте, тарихи-мәҙәни мираҫы бай, инфраструктура үҫешкән, география йәһәтенән отошло. Быларҙың барыһы ла илдең туризм тармағының уңышы булып тора, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Республикабыҙҙы нисек бар, шулай – йомарт, матур, ҡунаҡсыл итеп күрһәтеүегеҙ мөһим.

Блогерҙар йылы итеп ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, ҡайһы бер урындарҙы, шул иҫәптән Торатау шиханын күреп өлгөргәндәр.

Радий Хәбиров ҡунаҡтарға ҙур туризм маршруттары һәм республиканың үҙенсәлекле урындары, туризм өлкәһендә инфраструктураның заманлаштырылыуы, шифахана-курорт тармағының үҫеше, “Янғантау”, “Торатау” геопарктарының асылыуы, “Башҡорт аты” брендының яҡланылыуы, ҡымыҙ яһау һәм уның файҙаһы тураһында һөйләне. Республика Башлығы яңы туризм объекттарын ойоштороу – улар араһында Евразия күсмә цивилизациялары музейы тураһында һөйләне.

Панель сессия ултырышында, федераль һәм төбәк блогерҙарынан тыш, республиканың туризм индустрияһы лидерҙары һәм вәкилдәре ҡатнашты. Радий Хәбиров сәләмләү һүҙендә Башҡортостанда туристар ағымының йылына 2,5 миллион сәфәр икәнлеге тураһында һөйләне. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында өсөнсө урын биләй. Республика Башлығы төбәктә туризм индустрияһы үҫешенең мөһим йүнәлештәрен билдәләне. Сарала ҡатнашыусылар туризм тармағының үҫеше һәм Башҡортостанды федераль кимәлдә алға этәреү тураһында фекер алышты.

-Төбәктең иҡтисади һөҙөмтәһен күтәреү мөһим. Бының өсөн туризм операторҙарын берләштерергә, масштаблы ваҡиғалар проектын булдырырға, республика тураһында социаль селтәрҙә күберәк һөйләргә һәм инвесторҙарҙы флагман башланғыстарын тормошҡа ашырыуға йәлеп итергә кәрәк, - тине Сангаджи Тарбаев.

Мария Марьясова матбуғат турында ҡатнашыусыларҙың Башҡортостанда булыуҙан ҙур тәьҫораттар алыуы тураһында әйтте.

Осрашыу “Һорау-яуап” форматында барҙы. Башҡортостан Башлығы туризм инфраструктураһының тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш талап иткәнлеге хаҡында әйтте. Ул шулай уҡ республикала сәнғәт туризмына ла иғтибар бүленеүе тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар шифахана-курорт үҫешенә лә иғтибар бүлде, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең туризм мөхитенән файҙалана алыуын үҫтереү тураһында һүҙ булды. Панель сессия аҙағында Башҡортостан Башлығы республиканың сәйәхәтселәргә яңы урындарҙың асыласағы хаҡында белдерҙе. Журналистар менән аралашҡанда республика етәксеһе заманса медианың төбәктең туризм ҡеүәтен алға этәреүҙә роле хаҡында әйтте.

Сығанаҡ, фото: БР Башлығы сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас