Бөтә яңылыҡтар

Иртәгә диктант яҙабыҙ!

Һеҙ башҡорт телен ниндәй кимәлдә беләһегеҙ? Үҙегеҙҙе һынап ҡарағығыҙ киләме? Әгәр теләгегеҙ бар икән, был мөмкин. 18 май көнө башҡорт теленән диктант яҙыу ойошторола. Әйткәндәй, быйыл үл тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә үтәсәк. Тимәк, сарала Башҡортостанда ғына түгел, ә күрше өлкәләрҙә, хатта сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнаша аласаҡ.

Һеҙ башҡорт телен ниндәй кимәлдә беләһегеҙ? Үҙегеҙҙе һынап ҡарағығыҙ киләме? Әгәр теләгегеҙ бар икән, был мөмкин. 18 май көнө башҡорт теленән диктант яҙыу ойошторола. Әйткәндәй, быйыл үл тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә үтәсәк. Тимәк, сарала Башҡортостанда ғына түгел, ә күрше өлкәләрҙә, хатта сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнаша аласаҡ.


Акцияға халыҡ-ара статус Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының тәҡдиме менән бирелде. 4 апрелдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.


Сараны әҙерләүҙә, ғәҙәттәгесә, Башҡорт дәүләт университеты ҡатнаша, уның биләмәһендә төп һәм телде яңы ғына өйрәнә башлағандар өсөн ике диктант майҙансығы ойошторола. Бынан тыш республиканың һәр ҡалаһында һәм күпселек ауылдарында, баш ҡаланың төрлө нөктәләрендә яҙырға мөмкин.


Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен пропагандалау, халыҡтың тел мәҙәниәте кимәлен күтәреү өсөн уҙғарыла.


Бишенсе йыл рәттән ойошторолған сараға теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Акцияла ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү талап ителмәй, шулай уҡ исем-шәрифтәрҙе күрһәтеү ҙә мотлаҡ түгел. Быйыл диктант ике төркөм өсөн айырым әҙерләнгән. Башҡорт телен һәйбәт белгән, әҙерлекле төркөм өсөн диктанттың тексын махсус рәүештә шағир, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр яҙған. Телде яңы өйрәнә башлағандарға Вәкил Хажин менән Әхәт Вилдановтың тексы тәҡдим ителәсәк. Тексты телде һәйбәт белгәндәр өсөн Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, әҙерлек кимәле түбәнерәктәр өсөн йәмәғәт эшмәкәре Ростислав Мырҙағолов уҡый. "Радость есть" кафеһында баш ҡаланың өлкән кешеләре яҙасаҡ. Улар өсөн билдәле башҡорт блогеры Фидан Килмөхәмәтов уҡыясаҡ. "Зур Нэнэйка" кафеһында телде хөртөрәк белгәндәргә талантлы скульптор, рәссам, карикатурасы Камил Буҙыҡаев уҡый.


Диктантты шулай уҡ онлайн режимда ла яҙырға мөмкин. Бының өсөн махсус сайтҡа инергә кәрәк.


Беҙгә билдәле булыуынса, Башҡортостандан ситтә йәшәгән бик күп башҡорттар ҙа сараға әүҙем ҡушылырға ниәтләй. Улар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалалары, Ырымбур, Силәбе, Мурманск өлкәләре, Ямал-Ненец, Ханты-Манси автономиялы округының Яңы Уренгой, Ноябрьск ҡалалары, Приморье, Пермь крайҙары, Ҡаҙағстандың алты ҡалаһы – Нур-Солтан, Аҡтау, Аҡтүбә, Алмата, Аҡкүл, Костанай, Канаданың Торонто, Монреаль, Оттава ҡалалары, Төркиәнең Истамбул менән Анталия ҡалалары, Нью-Йорк, Лос-Анжелес, Пекин, Гуанчжоу һәм башҡа бик күп төбәктәр бар.


Шулай итеп диктант Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, “Радост есть” һәм “Ҙур нэнэйка” кафеларында яҙыласаҡ. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.


Фото: mail.ru
Читайте нас: