Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ яҙыусыһы ла ҡушылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова үҙе уҡыған Сибай гимназия —интернатында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашты.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова үҙе уҡыған Сибай гимназия —интернатында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашты.


-Башҡорт теленән диктант яҙыуҙа йыл һайын ҡатнашам, быйыл тыуған яҡтарыма ҡайтҡан саҡҡа тура килгәс, сарала тап ошо белем усағында булыуыма бик шатмын. Сөнки бында мин юғары класта белем алдым, тап ошо мәктәптә егерме йылға яҡын минең исемгә уҡыусылар араһында ижад бәйгеһе үтә. Бында башҡорт телен яратҡан һәм уны ҡәҙерләгән, милли рухлы, белемле уҡыусылар уҡый һәм иҫ киткес уҡытыусы һәм тәрбиәселәр эшләй. Белем усағы директоры Роза Хаммат ҡыҙының оҫта етәксе булыуы гимназия-интернатының республикала иң яҡшылар рәтендә булыуына ҙур йоғонто яһамай ҡалмай.


Сараға килгәндә, текст ауыр булманы, уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова уҡыны. Һәр хәлдә “бишле”гә яҙғанмындыр, тип уйлайым. Халыҡ-ара диктант яҙыуҙа шулай уҡ журналистика ветераны Таңһылыу Ғәйнуллина, “Ҡурай” телеканалының хоккей комментаторы, ошо мәктәптә белем алыусы Фәрүәз Рафиҡов, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм уҡыусылар ҡатнашты. Бөтәһе 112 кеше диктант яҙҙы.


Данил Әбделғәзин фотоһы
Читайте нас: