Башҡорт теленән быйылғы диктант өсөн ике төрлө текст әҙерләнгән. Уның тәүгеһен шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәров әҙерләгән. Ул “Ағыла ҡурай моңдары” тип атала. Икенсеһе – ғалимдар Вәкил Хажин менән Әхәт Вилдановтың дәреслектәренән алынған. Башҡорт телен камил белгәндәр өсөн тексты – Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, ә икенсеһен Ростислав Мырҙағолов уҡый.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, быйыл башҡорт теленән диктант яҙыу халыҡ-ара кимәлгә сыҡты, сөнки ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ бөтә донъяға таралған.
“Башҡортостан” гәзите диктантты яҡшы билдәгә яҙған өс кешегә баҫманың электрон вариантын бүләк итәсәк.