Бөтә яңылыҡтар

Йылайырҙар диктантты нисәгә яҙҙы икән?

Йылайырҙар ҙа халыҡ-ара диктант яҙыуҙан ситтә ҡалманы. Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин тәүгеләрҙән булып диктант яҙыусылар исемлеген башланы.

Йылайырҙар ҙа халыҡ-ара диктант яҙыуҙан ситтә ҡалманы. Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин тәүгеләрҙән булып диктант яҙыусылар исемлеген башланы.


Илгиз Лирман улы әйтеүенсә, 2015 йылда башланған сараның әле халыҡ-ара кимәлгә сығыуы - үҙе үк башҡорт теленең мәртәбәһен күтәрҙе, уға ҡарата хөрмәт уятты.


- Үҙен башҡорт тип иҫәпләгән һәр кем әсә теленә һөйөү йөҙөнән бөгөнгө сарала ҡатнашырға тейеш ине, тип иҫәпләйем. Мин дә райондаштарым менән бергә парта артына ултырҙым. Башҡорт теленән белемемде тикшереп ҡараным, - ти ул.


Сара Йылайырҙың Шәйехзада Бабич исемендәге гимназияла үтте. Башҡорт телен яратыусылар диктант яҙыр алдынан күмәкләп Рәшит Шәкүрҙең “Башҡорт телендә һөйләшәм” тигән йырын башҡарҙы.


Фото: район хакимиәте башлығы И.Фәтҡуллиндың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.
Читайте нас: