Башҡорт дәүләт университетында Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә Башҡортостан халыҡтары телдәрендә (башҡортса, русса, удмуртса һәм сыуашса) халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо.
Диктант 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналды. Бының өсөн яҙыусы-публицист, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының сәйәсәт бүлегенең элекке начальник урынбаҫары Сабир Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк һайланды. Тексты диктор Таһир Вахитов уҡыны.
Башҡортостан Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зиннуров билдәләүенсә, быйыл диктант яҙыу алты телдә ойошторолдо, киләсәктә уны 14 телдә яҙыу күҙ уңында тотола.
Башҡорт телендәге диктантты яҙырға Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы ағзаһы, төркмән Сапарморат Шанглиев та килгән ине.
– Йыл да диктант яҙыуҙа ҡатнашам, – ти филология фәндәре кандидаты Илшат Янбаев та. – Сараның телебеҙҙе үҫтереүҙә әһәмиәте ҙур.