Бөтә яңылыҡтар

Флешмобҡа ҡушылығыҙ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә шәп сара иғлан итә. Шарттары - яҙмала.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә флешмоб иғлан итә.
Унда туған телен белгән һәр бала ҡатнаша ала. 31 майҙан 5 июнгә тиклем башҡортса шиғыр ятлап йә сәсмә әҫәрҙән өҙөк һөйләп, видеояҙманы социаль селтәрҙәргә #БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы #ТелемдеЯратам #БашҡортсаҺөйләшәм хештегтары менән урынлаштырырға кәрәк.
1 июндә Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында үтәсәк балалар байрамында махсус майҙансыҡ эшләйәсәк. Флешмобта ҡатнашырға теләгәндәр өсөн шунда ла видео яҙҙырыу һәм милли кейемдәрҙә фотоға төшөү мөмкинлеге булдырыу ҡаралған.
Һәр башҡорт балаһы өйҙә туған телендә аралашырға, уны мәктәптә лә өйрәнергә тейеш. Бының өсөн беҙ – өлкәндәр, ата-әсәләр яуаплы! Балаларыбыҙҙы туған телен онотоуҙан һаҡлайыҡ, уны өйрәнеү йәһәтенән законлы хоҡуҡтарын яҡлайыҡ!
Фото Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән.
Читайте нас: