Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
7 Декабрь 2021, 16:30

Оҫта педагогтар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Сара Башҡорт теле көнөнә арналған аҙналыҡ сиктәрендә уҙҙы.

Оҫта педагогтар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
Оҫта педагогтар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Башҡортостанда дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен уҡытыуҙа иң яҡшы педагогик тәжрибә туплау буйынса II “Педагогик оҫталыҡ мәктәбе” республика конкурсы ойошторолдо. Бәйгенең йомғаҡлау өлөшө Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында үтте. Сара Башҡорт теле көнөнә арналған аҙналыҡ сиктәрендә уҙҙы.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева конкурсанттарҙы министр Айбулат Хажин исеменән ҡотланы, эштәрендә уңыштар теләне.

– Мәртәбәле конкурстың республикабыҙҙа икенсе тапҡыр уҙғарылыуы күпте һөйләй, – тине Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров. – Ул ябай бәйге түгел, ә ысын мәғәнәһендә аралашыу, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу яланына әйләнде. Уҡытыусылар онлайн рәүештә дәрестәр үткәрҙе, унда тотош Башҡортостандан 200-ҙән ашыу педагог оҫталыҡ дәрестәре бирҙе.

Башҡортостан башҡорт, рус һәм бүтән туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусыларының ассоциацияһы рәйесе Рифат Әйүпов билдәләүенсә, һәр конкурсант – табыш, һәр уҡытыусы көслө сығыш яһаған.

Алты номинация буйынса эштәр тәҡдим ителде, үҙ сиратында, еңеүселәр билдәләнде. Бына улар иң-иңдәр – Сибай ҡалаһындағы “Аҡһылыу” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопедтары Зөлфиә Ҡәйепҡолова менән Розалия Илбулова, Учалы районындағы Сәфәр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Абдуллина, Туймазы педагогия колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Кәримова, Республика инвалид балаларға дистанцияла белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Сирбаева, Күгәрсен районындағы Тәүәкән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Сәлихова, Нефтекама ҡалаһындағы 12-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Солтанова.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: