Бөтә яңылыҡтар

Тел күрке кемгә бәйле?

Етәкселектең иғтибары ҙур, әммә...

bashinform.ru
Фото:bashinform.ru

Башҡорт халҡының тормошо элек-электән көрәштәрҙән торған. Тарихының данлы ла, шанлы ла биттәре күп. Милләтте милләт иткән тел мәсьәләһе лә ил-ер яҙмышы кеүек – халҡыбыҙ уны һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур көс түккән.

  

Ең һыҙғанып, эшлә лә эшлә генә!

 

Уҙған быуаттың 20-се йылдарында Башҡорт автономиялы республикаһына нигеҙ һалған дәүләт эшмәкәрҙәре үҙ алдына әҙәби башҡорт телен булдырыуҙы мөһим бурыс итеп ҡуя. 1922 йылда Башнаркомпрос ҡарамағында ойошторолған Академик үҙәк урыҫ теле менән бер ҡатар дәүләт статусына эйә булған башҡорт теленең терминологияһы, алфавиты һәм орфографияһы мәсьәләләре менән шөғөлләнә башлай. Ул дәүерҙә Ғ. Вилданов, Ғ. Дәүләтшин, Н. Таһиров, Х. Ғәбитов, С. Мерәҫов, З. Шакиров кеүек телсе ғалимдар, башҡорт теле нескәлектәрен өйрәнеп, тәүге һүҙлектәр, әсбаптар нәшер итә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң күренекле ғалим-төркиәтсе Жәлил Кейекбаев һәм уның фәнни юлын дауам иткән телсе ғалимдар, башҡорт теле грамматикаһы буйынса төплө ғилми хеҙмәттәр, дәреслектәр баҫтырып, туған телебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индерә. Был йүнәлештә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ла оҙаҡ йылдар эҙмә-эҙлекле ҙур эш алып бара.

1999 йылдың 15 февралендә ҡабул ителгән “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закон нигеҙендә башҡорт теленең дәүләт статусы тергеҙелеүе туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға һәм уны артабан үҫтереүгә гарант булды. Әммә туған телебеҙ мәктәптәрҙә өйрәнелһә лә, һаман да юғары уҡыу йорттарында, дәүләт структураларында ерегеп китә алмай. Уны ҡулланыу даирәһенең тар булыуын аңлаған ата-әсә балаларын башҡортса уҡытырға бик атлығып тормай. 

Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа башҡорт теленә иғтибарҙың шаҡтай артыуы күптәрҙе һөйөндөргәндер. Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм уның күп милләтле халҡының телдәрен үҫтереү буйынса ҡабул ителгән Указ туған телдәрҙең артабанғы үҫеше өсөн ышаныслы нигеҙ булды. Атап әйткәндә, ошо хоҡуҡи актҡа ярашлы, республикала Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды төҙөлдө.

Туған телебеҙгә ҡарата йылы ҡараштың артыуы, һис шикһеҙ, республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров оҫта алып барған тел сәйәсәтенә бәйле. Бер нисә йыл эсендә генә был өлкәлә байтаҡ ыңғай үҙгәреш булды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа һәм башҡа дәүләт органдарында башҡортса яңғырай башлаған телмәрҙәрҙең туған телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә этәргес биреренә ышаныс ҙур. Ә бит ошо талап, йәғни дәүләт учреждениеларында башҡортса сығыш яһау ғына түгел, хатта документтарҙың да ике телдә тултырылыуы бер быуат элек үк – Башҡорт автономиялы республикаһы аяҡҡа баҫып килгән йылдарҙа мөһим шарт булған.

Башҡортостан Башлығы Р.Ф. Хәбиров 2020 йылдың 30 декабрендә ҡул ҡуйған “2021–2030 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрен уҡытыу концепцияһын раҫлау тураһында”ғы Указ туған телде балалар баҡсаһы, мәктәп һәм гимназияларҙа өйрәнеүҙе мөһим бурыс булараҡ билдәләне.

Республика етәксеһенең сират­тағы Указы буйынса 14 декабрҙе, арҙаҡлы башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡ­мулланың (1831 – 1895) тыуған көнөнә тап килтереп, рәсми рәүештә Башҡорт теле көнө тип иғлан итеүҙе барса йәмәғәтселек хуплап ҡаршы алды. Был иҫтәлекле дата мәшһүр аҡыл эйәһенең 190 йыллыҡ юбилейына халҡыбыҙҙы сикһеҙ һөйөн­дөргән күркәм бүләк булды.

Бөгөн туған телде үҫтереү буйынса республикала гранттар алыу өсөн конкурстар уҙғарыла. Был юҫыҡта республикабыҙҙа ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә лә төрлө проекттар ғәмәлгә ашырыла. Ҡыҫҡаһы, тел сәйәсәтен бойомға ашырыу маҡсатында төрлө йүнәлештә эшләү өсөн хәҙер барлыҡ шарттар ҙа бар – ең һыҙғанып, эшлә лә эшлә генә!

Ғаилә – тәүге башҡорт теле уҡытыусыһы

 

2017 йылдан Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты тәҡдиме буйынса рес­публикабыҙҙа матур байрам бил­дәләнә башланы: Башҡортостанда ғына түгел, илебеҙҙең башҡа тарафтарында ла 1 март Башҡорт ғаиләһе көнө булараҡ танылыу алды. Мәҫәлән, 2018 йылда ошо байрам уңайынан “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” тип нарыҡланған бай йөкмәткеле асыҡ республика конкурс-фестивале үткәрелгәйне. Демография мәсьәләһе ҡырҡыу торған бер мәлдә ғаилә институтын нығытыуға, милләтте ишәйтеүгә йүнәлтелгән был рәсми байрам, һис шикһеҙ, башҡорт халҡы өсөн үтә лә мөһим.

Ысынлап та, башҡорт теленең тәүге бишеге – ғаилә. Фәҡәт ошо беренсе “ғаилә мәктәбе”ндә теле асылған баланың киләсәктә туған телен һөйөүе, уны ихтирам итеүе һәм артабан мәктәптә өйрәнеү-өйрәнмәүе уның ата-әсәһенә һәм олатай-өләсәйҙәренә бәйле. Тимәк, баланың башҡорт теле буйынса тәүге уҡытыусылары – иң яҡын ғәзиз кешеләре! Ошо юҫыҡта фекер йөрөткәндә, Башҡорт ғаиләһе көнөн булдырыуҙың төп маҡсаттары – башҡорт ғаиләһенең бәҫен, мәртәбәһен күтәреү генә түгел, ә ошо ырыҫлы ерлектә сабыйҙарҙа туған телгә ҡарата тәрән һөйөү тәрбиәләү ҙә ул.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика кимәлендә күрелгән етди саралар бөгөн нәҡ ғаилә карабына барып төртөлә: ниндәй генә башҡорт ауылына барма, һәр ҡайҙа балалар мөхитен рус теле яулап алып бара! Башҡорт сабыйының теле “мама, папа” һүҙҙәре менән асылыуы – киң таралған күренеш тиерлек. Саң ҡағырлыҡ был афәттең сәбәптәре һәр кемгә мәғлүм: балалар көн буйы рус теле ҡосағында – телевизор төбөндә ултыра йәки телефондан айырыла алмай. Был борсоулы хәл барлыҡ башҡорт ғаиләләрен уйландырырға тейештер. Кесе йәштән туған тел һутынан айы­рылған сабый артабан уға ыңғай ҡарашта булыр тип кем ышандыра ала?

“Тажлы” зәхмәт кеүек Башҡорт­останды юғары тиҙлектә ялмап алып барған был бәләнән кес­кәйҙәрҙе нисек тә йолоп алып ҡалыу, уларҙың иғтибарын баш­ҡортса йәнһүрәттәргә, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙарға йәлеп итеү, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү буйынса Башҡортостан телевиде­ниеһының “Тамыр” студияһы ҙур эш алып бара. Был йүнәлештә “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдары, “Йәншишмә” гәзите лә ныҡышмалы эшләй. Әммә балалар баҫмалары, тираждары аҙ булыу сәбәпле, һәр ғаиләгә һәм мәктәпкә барып етә алмай.

Тимәк, был шарттарҙа “Һәр башҡорт ғаиләһе – үҙ балала­рының тәүге башҡорт теле уҡы­тыусыһы!” тигән тәғлимәтте һәм­мәбеҙҙең дә ҡанына һеңдереү зарур. Юғиһә, бәғзеләр “баламды башҡорт теленә, ана, мәктәптә өйрәтһендәр” тигән тар ҡараштан сығып эш итә.

 

Рус теле лә камиллашыуға мохтаж

 

Әсә теленең яҙмышы, уның киләсәге өсөн янып көймәгән бер халыҡ та юҡтыр. Һуңғы өс тиҫтә йыл эсендә, донъяла һәм илдә даими барған ижтимағи-сәйәси үҙгә­рештәр арҡаһында, башлыса Көн­байыш Европанан рус теленә өр-яңы һүҙҙәр килеп тулды, уларҙың ҡайһы берҙәренең дөрөҫ яҙылышы (хатта дөрөҫ әйтелеше лә!) күптәрҙә һаман аптыраш тыуҙырып килә. Илебеҙҙең төп дәүләт теленең туҡтауһыҙ англицизмдар менән тулыланыуы айҡанлы Рәсәй йәмә­ғәтселеге күптән борсолоу белдерә. Бынан тыш, тел өлкәһендә башҡа төрлө сетерекле мәсьәләләр ҙә бар. Ошо хәлде иҫәпкә алып, яңыраҡ Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы рус теленең орфографияһы һәм тыныш билдәләре ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекты эшләп, уны рәсми хоҡуҡи акттар интернет-порталына һалды. Был аҙым, әлбиттә, юҡҡа ғына яһалмай – ысынлап та, Көнбайыш йоғонтоһонан аралап, рус теленең сафлығын һаҡлап ҡалырға, айырым һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы һәм әйтелешен аныҡларға кәрәк.

Был хәл туранан-тура башҡорт теленә лә ҡағыла: асылда яңы һүҙҙәр әҙәби телебеҙгә фәҡәт рус теле аша инеп тора. Мәҫәлән, тренд, спикер, вебинар, кэшбэк, ватсап, инстаграм, селфи, репост, криптовалюта, коворкинг, медиа, лайфха́к, квест, ко́уч, промо́утер, хайп, хе́йтер кеүек неологизмдар башҡорт телен биҙәйме? Бөгөнгө заман тыуҙырған англицизмдар һөжүменә ҡаршы тороу сараһы беҙҙә табылырмы? Әгәр ҙә битарафлыҡ күрһәтеп, әле туған телебеҙҙе саманан ашып киткән ят һүҙҙәрҙән аралап ҡалмаһаҡ, иртәгә һуң булыуы ихтимал: 5–10 йылдан башҡорт теле лексикаһының яр­тыһын сит телдәрҙән үҙләштерелгән терминдар тәшкил итеүе ихтимал.

Бөтә донъяны ялмап алған зәхмәт-сир арҡаһында рус теле аша башҡорт теленә ике йыл эсендә байтаҡ ете ят термин, һүҙбәйләнеш килеп керҙе. Мәҫәлән, рус телендә ошо ваҡыт арауығында яңы ауырыу төрөнә ҡағылышлы 3,5 мең өр-яңы һүҙ барлыҡҡа килгән! Уларҙың байтағы башҡорт телендә лә һыйыныу тапты: коронавирус, пандемия, ковид, COVID-2019, антисептик, вакцинация, ревакцинация, санитайзер, омикрон, яңы штамм, үҙеңде изоляциялау режимы, дистанцияла уҡыу, онлайн-тәртип, социаль дистанция, коронавирус инфекцияһына бәйле сикләүҙәр, битлек тәртибе, коронавируслы пациенттар, вирустың икенсе тулҡыны һ.б. Күренеүенсә, был терминдарҙы ғына түгел, хатта һүҙбәйләнештәрҙе лә рус теленән туранан-тура башҡорт теленә ауҙарыу, йәғни калька менән артыҡ мауығыу телебеҙҙе һис тә биҙәмәй. Бөгөнгө республика матбуғаты битенән бер генә миҫал әйтелгәнгә ҡеүәт булһын: “Республикала ике миллион кеше коронавирус инфек­цияһынан прививка эшләткән”. Ҡайҙа бында туған телдең күрке?

Бер ҡараһаң, быға тиклем билдәһеҙ сирҙең йәшен тиҙлегендә таралыуы арҡаһында ошо күренешкә бәйле төрлө телдәрҙән көслө тулҡын булып килеп кергән терминдарға ҡаршы тороу мөмкин дә түгел кеүек. Яңы термин, һүҙбәйләнештәр радио һәм телевидение аша көн дә ишетелеп тора һәм халыҡтың аң-зиһененә һең­дереп барыла. Әлбиттә, киң мәғлүмәт сараларының уларҙы бер туҡтауһыҙ ҡабатлауы эҙһеҙ үтмәй: халыҡ уларҙы башҡортса шулай дөрөҫ була икән тип ҡабул итә, шуға күрә лә күптәрҙең телмәрендә “дистанционка, удаленка” кеүек һүҙҙәрҙе йыш ҡулланыу күҙәтелә башланы.

 

Бәләнән ҡотолоу юлы бармы?

 

Хәҙерге көндә башҡорт теленең үҫешенә үҙ ерлегендә иркен майҙан, хоҡуҡи нигеҙ булдырылһа ла, туған тел мәсьәләһе беҙҙе һаман борсой әле. Киң мәғлүмәт сараларында урыҫ теленән ашыҡ-бошоҡ тәржемә итеп, туған телебеҙ өсөн ят термин­дарҙы һәм һүҙбәйләнештәрҙе туҡ­тауһыҙ яҙыу һәм яңғыратыу, әлбит­тә, күптәрҙә борсолоу тыуҙыра. Был йәһәттән радио-телевидение, гәзит-журнал, нәшриәт етәкселәрен һәм редакция хеҙмәткәрҙәрен ғәйепләү урынһыҙ ҙа кеүек.

Туған телебеҙҙе заман тыу­ҙырған һүҙҙәр “яуы”нан нисек һаҡлап ҡалырға һуң? Беҙҙеңсә, беренсе сиратта, терминдар мәсьә­ләһенә күҙ йомоп ҡарарға тейеш түгелбеҙ. Йәшерен-батырыны юҡ: һуңғы бер тиҫтә йыл самаһы элек ҡайһы бер баҫмаларҙа, хатта Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы редакцияларында ла тәржемәсе вазифаһы бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Шулай булғас, киң мәғлүмәт сараларында хаталар ифрат күп тип ниңә аптырарға?!

Тәржемә – профессионалдар эше, уның менән башҡорт һәм рус телдәрен камил белгән һәм телгә һиҙгер кешеләр генә шөғөлләнә ала. Бөгөн иһә һәр ҡайҙа тәржемә менән асылда был эштең нескәлектәрен белеп еткермәгән журналистар мәшғүл. Әгәр йәки “Башинформ” агентлығында тәржемә­селәр төркөмө булдырылһа һәм редакцияларҙа тәржемәсе вази­фаһы тергеҙелһә, был ҡатмарлы мәсьәлә ыңғай хәл ителер ине.

Матбуғат әһелдәре шуны аң­ларға тейеш: гәзит-журналдар һәм радио-телевидениела нығынып киткән хаталы тәржемәләр тора-бара әҙәби телебеҙҙә ерегеп китә – иң хәүефле күренеш бына ошо. Шуны иҫтә тоторға тейешбеҙ: киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат теле – ул асылда башҡорт әҙәби теленең ҡапҡаһы. Был ҡапҡа аша һәр бер саҡырылмаған “ҡунаҡ-һүҙ” иркен үтеп китергә тейеш түгел.

Ә инде тотош республика буйынса алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылышын көйләү, ошо яуаплы эште даими контролдә тотоу өсөн тәржемә үҙәгенең зарурлығы хаҡында беҙгә һуңғы йылдарҙа күп тапҡыр яҙырға һәм сығыш яһарға тура килде. Заманында Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры булып эшләгән дәүләт эшмәкәре һәм ғалим Мансур Әйүпов ярҙамында ҙур эш башҡарылғайны: йәмәғәт эшмәкәре Әхтәр Боҫҡонов етәкселек иткән Башҡортостандың лингвистика үҙәге, академияның бүлмәләрендә урынлашып, 2000 йылдарҙа һөҙөмтәле эш алып барҙы. Был үҙәктә эшләгән “Баш­ҡортостан” гәзитенең элекке баш мөхәррире Абдулла Исмәғилевтең хеҙмәтен юғары баһаламау мөмкин түгел. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды ғәмәлгә ашырыу йүнәлешендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте ҡарары буйынса Башлингвоүҙәк республика предприятиелары һәм ойошмаларына ике дәүләт телендә алтаҡталар, бланк, мисәт-штамптар эшләү һәм рәсми яҙыуҙарҙы тикшереү менән мәшғүл булды.

Бөгөн беҙгә нәҡ ошондай структураны тергеҙергә кәрәк тә инде! Башҡортостан Фәндәр академияһы, республикабыҙҙың Мәҙәниәт ми­нистрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү ака­демияһы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, ахыр килеп, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты... Башҡорт теленә яҡын торған бына ошо министр­лыҡтар һәм ойошмаларҙың береһе булһа ла Башҡортостан лингвистика үҙәген тергеҙеүгә йәки Республика тәржемә үҙәген  ойоштороуға булышлыҡ итеп, уны үҙ ҡанаты аҫтына алһа, барса халыҡты оҙаҡ йылдар буйы борсоған хаталы алтаҡталарҙан һәм эсте бошорған башҡа яҙма­ларҙан ҡотолорға мөмкинлек тыуыр ине.

Был үҙәк башҡорт теле лек­сикаһына эркелеп кереп торған англицизмдарға башҡортса алмаш һүҙҙәр табып, уларҙы ғалимдар, мөхәррирҙәр һәм журналистарҙан торған Терминология хеҙмәте ҡарауына тәҡдим итә алыр ине. Бына ошо тәртиптә терминдар буйынса фекер алышып һәм уларҙы тейешле ҡарар менән раҫлағас, артабан яңы һүҙҙәрҙе радио-телевидение һәм гәзит-журналдарға тәҡдим итеү, тимәк, әҙәби телгә индереү отошло буласаҡ.

 

Тел күрке – ул ил-ғәм күрке

 

Беҙ хәҙерге шарттарҙа башҡорт әҙәби телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү мәсьәләләренең ҡайһы берҙәренә генә туҡталдыҡ. Уларҙы бер юлы, йәғни комплекслы хәл иткәндә генә был өлкәлә нин­дәйҙер уңышҡа өлгәшә аласаҡбыҙ. Туған телде үҙ балаларының телмәрендә үҫтергән башҡорт ғаиләһе, башҡортса һөйләү ҡеүәһен камиллаштырған балалар баҡсаһы, артабан башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәткән мәктәп-гимназия – ошо сылбыр өҙөлмәһә, туған телебеҙ яҙмышы өсөн хафаланырға урын ҡалмаҫ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был өс этапта ла кәм­селектәр һәм ҡаршылыҡтар етерлек әле. Бөгөн ғаилә, мәғариф өлкә­һенән тыш, башҡорт телен һаҡ­лаусы һәм үҫтереүсе ролен үтәгән радио, телевидение, китап, гәзит-журналдар, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иңендә лә оло яуаплылыҡ ята.

Туған телдең сафлығы, уны сит телдәрҙән туҡтауһыҙ килеп тулып торған “әрһеҙ” терминдарҙан ҡурсалау, йәғни уларға алмаш ишен – ысын башҡорт һүҙҙәрен – уйлап табыу мөһим бурыс булып ҡала. Яҡын йылдарҙа ғилми ҡор йыйып, орфография (мәҫәлән, яугирҙәр – яугирҙар, банкыға – банкка, үҙ аллы – үҙаллы һ.б.), морфология һәм орфоэпия өлкәһендәге айырым мәсьәләләр, шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш диалекты буйынса фекер алышыу һәм юғары орган ҡарары менән әҙәби телебеҙгә, рус теле һәм башҡа төрки халыҡтары телендәге ише, бер ни тиклем үҙгәреш һәм асыҡлыҡ индереү мөҙҙәте еткәндер инде.

Заманында ҡан-ҡәрҙәштәренә “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!..” тип өндәшкән М. Аҡмулла, бөгөн “Башҡорттарым, туған телде һаҡлау кәрәк!” тип оран ташлар ине кеүек. Башҡорт телен һаҡлау – Башҡортостаныбыҙҙы, ата-баба­ларҙан мираҫ булып ҡалған ер-һыуыбыҙҙы, милли мәҙәниәтебеҙҙе, рухиәтебеҙҙе һаҡлау тигән һүҙ. Ошо фекерҙе халыҡтың аң-зиһененә һеңдереү фарыз.

 

Ниязбай СӘЛИМОВ,

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты.

Читайте нас в