Бөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнө
Бөгөн республикабыҙҙа эшмәкәрлек иткән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы тураһында киң йәмәғәтселек яҡшы хәбәрҙар. Ул 2018 йылдың ғинуарында булдырылды һәм ошо һигеҙ йыл дауамында үҙен ярайһы уҡ яҡшы танытып өлгөрҙө. Миҫал итеп килтерерлек эштәре, тормошҡа ашырған һәм бөгөн дә ғәмәлдә булған проекттары етерлек. Ойошма башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, уны тағы ла киңерәк танытыу, туған телен өйрәнергә теләгәндәргә мөмкинлектәр, заманса алымдар булдырыу йәһәтенән ҙур эштәр башҡара. Эшмәкәрлектәренең иң мөһим һәм әһәмиәтле йүнәлештәренең береһе – башҡорт телен һанлы донъяға алып сығыу, уны хәҙерге заман технологияларына ярашлы ҡулланыу мөмкинлеген киңәйтеү. Ошоларҙың барыһы хаҡында ла ойошма директоры Гөлназ Рауил ҡыҙы ЙОСОПОВА менән әңгәмәләштек.
– Гөлназ Рауил ҡыҙы, һеҙҙең уңыштарығыҙҙы, яңылыҡтарығыҙҙы “Башҡортостан” гәзите даими яҡтыртып бара. Шулай ҙа милли баҫманың уҡыусыларын ойошманың төп эшмәкәрлек йүнәлештәре менән ҡыҫҡаса таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Эйе, төрлө йүнәлештәрҙә әүҙем эшмәкәрлек алып барабыҙ, улар – башҡорт телен һанлаштырыу, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренән алып оло быуын вәкилдәренә тиклем халыҡты йәлеп иткән ҡыҙыҡлы саралар ойоштороу, мобиль ҡушымталар булдырыу һәм башҡалар.
Һанлаштырыу өлкәһен айырып ҡараһаҡ, 2021-2022 йылдарҙа “Башҡортсофт” тәржемәсеһен эшләнек. Кемдәрҙер “Яндекс”, “Гугл” һәм башҡа платфомаларҙа ла тәржемәселәр бар, шулар өҫтөндә эшләргә кәрәк булған, тигән фекер ҙә белдерә, әммә “Башҡортсофт” та үҙ ҡулланыусыһын тапты. Бөгөн көнөнә биш мең самаһы кеше уның менән ҡуллана. Ниндәйҙер техник сәбәптәр арҡаһында эшләмәй торһа, өҙөклөктәр булһа, шунда уҡ яҙа, шылтырата башлайҙар. Әйткәндәй, был проект Башҡортостан Башлығы грантына башҡарылды. Ул тулыһынса ҡулланылышҡа ингәс, барлыҡ параллель текстарҙы шул уҡ “Яндекс”ҡа, “Гугл”ға бирҙек. Һөҙөмтәлә улар башҡарған башҡортса тәржемәнең сифаты күпкә яҡшырҙы.
– Башҡорт телен интернет киңлектәрендә киңерәк ҡулланыуға булышлыҡ итеү маҡсатында ниндәй эштәр башҡарыла? Мәҫәлән, мобиль ҡушымталар тураһында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Эйе, был йәһәттән дә байтаҡ эштәр башҡарылды. Айырыуса, 2019-2020 йылдарҙа ҙур ғына проекттар тормошҡа ашырылды. Быйыл уға тағы әйләнеп ҡайттыҡ һәм Башҡортостан Башлығы грантына конкурста ҡатнашып, өс төрлө мобиль ҡушымта сығарырға уйлайбыҙ. Улар – “Зирәк”, “Әлләсе” һәм башҡортса “Вордли” уйындары.
“БашТәржемә” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы уңышлы ғына эшләп килә. Белеүегеҙсә, уның ярҙамында төрлө ойошмалар, ведомстволар, шәхси эшҡыуарҙар алтаҡта, эш бланкы һәм башҡа документтар өсөн кәрәкле текстарҙы тәржемә иттереп алыу мөмкинлегенә эйә. Коммерция нигеҙендә эшләгән ойошмаларға был хеҙмәт түләүле, ә башҡаларға бушлай күрһәтелә. “БашТәржемә” халыҡ араһында популярлыҡ яулай, таныла бара. Бөгөнгәсә 800-ҙән ашыу кеше верификация үтеп, ҡулланыусы булараҡ теркәлгән, бер меңдән ашыу заказ ҡабул ителгән. Дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм коммерция нигеҙендә эшләгән ойошмалар йыш мөрәжәғәт итә.
Эксперт, йәғни тәржемәсе сифатында башҡорт телен яҡшы белгән белгестәр йәлеп ителгән. Улар һынау аша һайлап алына. Әлеге ваҡытта был системала ете эксперт эшләй. Ә беҙҙең ойошма оператор сифатында сығыш яһай, йәғни заказдарҙы барлап, ваҡытында тәржемә иттереү сараһын күрә, техник йәһәттән өҙөклөктәргә юл ҡуймау өсөн яуап бирә.
“Баштуб” тигән проектты тормошҡа ашырыуға тотондоҡ. Унда “Ютуб”та булған видеояҙмаларҙы башҡорт телендә ҡарап була, йәғни программа рус телендәге контентты башҡортсаға тәржемә итеп тәҡдим итә. Әлегә сифат яғы төрлөсә булып китә, әммә киләсәктә мотлаҡ был башланғыс та яйға һалынасаҡ.
Рәми Ғариповтың, шулай уҡ “Башҡорт теле. Яңы ҡараш” тигән сайттарҙы булдырҙыҡ. Ғөмүмән, беҙҙең булышлыҡ менән башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм уны киңерәк танытыу маҡсатында ете тематик сайт, 16 мобиль ҡушымта булдырылды. Башҡортостан Башлығы грантына аҡыллы колонкалар эшләнде. 217 дана ошондай колонканы мәктәптәргә, балалар баҡсаларына тараттыҡ.
– Халыҡты йәлеп иткән ҡыҙыҡлы саралар үткәрәһегеҙ. Ошолар хаҡында ла һөйләп үтегеҙ әле.
– Йыл һайын Башҡорт теленән диктант яҙыу гөрләп үтә. Белеүегеҙсә, ул хәҙер халыҡ-ара кимәлдәге сараға әйләнде. Донъяның төрлө илдәрендә, ҡитғаларында йәшәгән милләттәштәребеҙ, башҡорт телен өйрәнеүселәр диктант яҙыуҙы көтөп ала. 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөн дә иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышабыҙ. Был байрамды “Башҡортостан” концерт залы йәки филармония кеүек мәҙәниәт һарайҙарында ла уҙғара алыр инек, әммә беҙ махсус рәүештә төрлө сауҙа үҙәктәре майҙансыҡтарын һайлайбыҙ. Беренсенән, ошондай урындарҙа башҡорт телендә йырҙар, шиғырҙар яңғырай, уйындар үткәрелә, икенсенән, байрамды башҡа милләт вәкилдәре лә күрә, ҡыҙыҡһына.
Социаль селтәрҙәрҙә даими рәүештә ҡыҙыҡлы конкурстар үткәрәбеҙ, халыҡ бик әүҙем ҡатнаша. Бигерәк тә төрлө район һәм ҡалаларҙағы балалар баҡсалары коллективтарына, тәрбиәселәргә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Улар – күп сараларҙың, конкурстарҙың иң әүҙем ҡатнашыусылары.
2024 йылда “Мин башҡортса һөйләшәм” фестивален уҙғарҙыҡ. Уны ике йылға бер тапҡыр ойошторорға ҡарар иттек, быйыл май аҙағы, июнь башына планлаштырғанбыҙ. Унда билдәлелек яулап өлгөрмәгән йәш музыканттарҙы, йырсыларҙы саҡырабыҙ. Төшкә тиклем балалар өсөн башҡорт телендә төрлө уйындар, ярыштар, оҫталыҡ дәрестәре үтә, төштән һуң йәштәр программаһы башлана. Фестиваль “Мин башҡортса һөйләшәм” тип аталғанға күрә, бөтә саралар туған телебеҙҙә үткәрелә. 2024 йылда унда һигеҙ меңгә яҡын кеше ҡатнашты, быйыл да йәнле, матур үтер, тип ышанабыҙ.
– Бер кемгә лә сер түгел: телгә һөйөү ғаиләлә, йәғни бала бишектә саҡтан тәрбиәләнһә генә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеп була. Һеҙ етәкләгән ойошма ла балалар менән әүҙем эшләүе тураһында хәбәрҙарбыҙ.
– Башҡорт теленән онлайн олимпиада популярлыҡ яулай бара. Ул быйыл октябрҙә үтәсәк. Ошо олимпиадала ҡатнашып, 100 балл йыйыусыларға “Ил батырҙары” тигән буямдар (раскраскалар) таратыласаҡ. Унда Алдар батырҙан алып бөгөнгө көн геройҙарына – МХО яугирҙәренә тиклем батырҙарыбыҙ тупланған, улар тураһында мәғлүмәт, фотолары ла урын алған. Был башланғыс та Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең тарафтан эшләнгән өҫтәл уйындары халыҡҡа бик ныҡ оҡшаны. “Бишбармаҡ”, “Әлләсе”, “Зирәк”, “Бесәй, сәй, айыу, бал, май” тигән уйындарҙы балалар баҡсалары, күп балалы башҡорт ғаиләләре ҡатнашлығында һынап ҡараныҡ. Һөҙөмтәлә уларҙы һатыуға сығарыуҙы һораусылар күп булды, бөгөн ошо йүнәлештә лә эш алып барабыҙ.
Балалар баҡсалары өсөн “Әкиәттә ҡунаҡта” тигән проект бик ҡыҙыҡлы булды. Уға ярашлы русса-башҡортса китаптар, уларҙа тупланған әкиәттәр буйынса пазлдар, кубиктар эшләнек. Әйткәндәй, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, мәктәпкәсә учреждениеларҙа башҡорт телен уҡытҡан уҡытыусыларҙан бик һәйбәт баһалар алдыҡ.
“Башҡорт теле. Яңы ҡараш” тигән китап сығарҙыҡ. Уның авторы Ләлә Хафиз ҡыҙы Сафина – бер нисә телде камил белгән полиглот. Ул үҙе ошо китаптар буйынса онлайн курстар алып бара. Был китаптарҙы мәктәптәргә тараттыҡ, башҡорт теле уҡытыусылары уларҙы өҫтәмә дәрес биреү алымында ҡуллана.
Полилингваль мәктәптәрҙең уҡытыусылары өсөн гранттар булдырып, дәрестәрен ике телдә алып барған уҡытыусыларҙы билдәләнек. Шулай уҡ башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә арналған проекттар өсөн 50 меңдән 200 мең һумға тиклем 10 грант тапшырҙыҡ. “Эшлекле башҡорт теле”, “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт теле” китаптары ла үҙ ҡулланыусыһын тапты.
– Күреүебеҙсә, ойошма бик матур башланғыстарҙы тормошҡа ашырған, яңы проекттарығыҙ ҙа бихисап. Ә уларҙы эшләгәндә кемдәргә таянаһығыҙ?
– Беҙҙең ойошма – дәүләт һәм йәмғиәт араһын бәйләүсе звено. Коллективта өс кенә кеше, әммә беҙ бик күп ойошмалар, министрлыҡтар, ведомстволар менән эшләйбеҙ. Кемдәр башҡорт телен үҫтерергә, телебеҙҙе һаҡлауға өлөш индерергә теләй, шулар беҙгә килеп, уй-ниәттәре, проекттары менән уртаҡлаша. Хәлебеҙҙән килгәнсә барыһына ла ярҙам итергә тырышабыҙ. Оҙаҡ йылдар беҙҙең менән хеҙмәттәшлек иткән, мәҫәлән, Айгиз Ҡунафин, Рөстәм Нуриев кеүек йәмәғәт әүҙемселәре бар. Улар – беҙгә, беҙ уларға ярҙам итәбеҙ. Шуға күрә күп башланғыстар, башҡарылған эштәр артында дөйөм көс, берҙәм хеҙмәт ята. Шулай уҡ телебеҙ яҙмышына битараф булмаған рухлы ғаиләләргә, йәштәргә таянабыҙ. Ә коллективҡа килгәндә, Гүзәлиә Исхаҡова менән Айбулат Йәмилев – һәр эштә уң ҡулдарым, таяныстарым. Шулай уҡ, бәпесе менән декрет ялында булыуға ҡарамаҫтан, Наҙгөл Ҡасимова ла ихлас ярҙам итә, социаль селтәрҙәребеҙҙе алып бара.
– Киләсәккә ниндәй пландар бар?
– Әлеге көндә яһалма зиһенде башҡорт телендә ҡулланыу маҡсатында эш алып барабыҙ. Уны эшләр өсөн башҡорт телендә датасеттар кәрәк. Ошо мәсьәләне “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто, “Китап” нәшриәте, Республика милли китапханаһы һ.б. менән берлектә хәл итергә уйлайбыҙ. Уларҙа тупланған ПДФ-форматтағы гәзит-журналдарҙы, китаптарҙы махсус платформаға индерһәк, “Яндекс”, “Гига-чат”, “Алиса” һәм башҡалар башҡорт телендә мәғлүмәт табыу йәһәтенән күпкә байыясаҡ. Һөҙөмтәлә яһалма зиһендең башҡорт телендәге “аҡыл запасы”, “белем даирәһе” артасаҡ.
Ә инде киләсәкте күҙ уңында тотҡанда, башҡорт телен һанлаштырыуҙы туҡтамайынса, һәр ваҡыт алып барырға тейешбеҙ. Ойошмала штат һанын арттырып, IT-белгестәрҙе йәлеп итеү, үҙебеҙҙең IT-үҙәкте булдырыу хыялы бар, сөнки барлыҡ мобиль ҡушымталар даими хеҙмәтләндереү талап итә. Телгә һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнә, тибеҙ. Эйе, бының менән килешмәү мөмкин түгел, әммә шуны ла онотмаҫҡа тейешбеҙ: бөгөнгө һәм киләсәк быуындың тормошо тулыһынса интернет менән бәйле. Шуға күрә башҡорт теле телефонда ла, компьютерҙа ла тулы кимәлдә урын алырға, мәҫәлән, шул уҡ яһалма зиһен менән дә башҡортса аралашыу мөмкинлеге булырға тейеш. Телебеҙ йәшәһен, үҫһен тиһәк, замандан артта ҡалмаҫҡа тейешбеҙ.
Фотолар Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһынан.