Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
21 Июнь 2019, 14:07

Мин – һалдат ейәнсәре

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә һуғыш ветерандарын, бигерәк тә олатайым Хәмиҙулла Мостафа улы Бикҡужинды иҫкә алыуҙы изге бурысым тип һанайым. Ул сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылынан.

Яугирҙең һәр көнө ҡаһарманлыҡҡа тиң.


Хәтер һәм ҡайғы көнөндә һуғыш ветерандарын, бигерәк тә олатайым Хәмиҙулла Мостафа улы Бикҡужинды иҫкә алыуҙы изге бурысым тип һанайым. Ул сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылынан. 1942 йылда олатайымды Алкинға командирҙар әҙерләү курсына ебәрәләр. Бында ул Илеш егете – буласаҡ билдәле яҙыусы Суфиян Поварисов менән бергә уҡый.


1942 йылда, взвод командиры булараҡ, Волоколамск-Ржев йүнәлешендәге яуға оҙатыла. Төкөн станцияһы аша киске поезд менән үтеп китәсәген бер танышы аша өләсәйемә хәбәр итә. Ул саҡта өләсәйем туғыҙ һәм ете йәшлек ике балаһы менән ураҡ урып йөрөгән була. Һигеҙ саҡрым ергә – станцияға бер күреп, оҙатып ҡалыр өсөн хәлдән тайып йүгереп баралар. Үтеп барған поездан олатайымдың: “Көтөгөҙ!” – тигән һүҙен генә ишетеп ҡалалар. Иҫтәлек итеп билендәге ҡайышын поездан ырғытып өлгөрә, ул һаман да һаҡлана.


Олатайым тәғәйенләнгән резерв дивизияһы ”Марс” коды нигеҙендә Ржев-Сычевка операцияһын алып бара. Генерал Рокоссовский унда иң көслө егеттәрҙе үҙе һайлап ебәрә. Беҙҙең һалдаттар, Дондың ҡаршы ярында нығынып, төп ғәскәрҙәрҙең йылға аша сығыуына ярҙамлашырға һәм дошманды, уратып алып, юҡ итергә тейеш була. Әммә улар ярға барып етеү менән немецтар ут аса. Ҡаты бәрелештә беҙҙең һалдаттар, дошманды еңеп, 300-ҙән артыҡ фашисты әсирлеккә ала. Олатайым ошо алышта яралана. Госпиталдән сыҡҡас, ул тағы һуғышҡа инә, Воронеж, Борисоглебск, Бутурлиновка ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша.


1943 йылда Курск ҡалаһы янында немецтар “Тигр” танкылары, “Фердинанд” орудиелары, самолеттар менән һөжүм башлай. Олатайым хеҙмәт иткән полк Курск утлы дуғаһының иң көслө, аяуһыҙ алышында ҡатнаша. Ундағы һуғыштың ни тиклем ҡурҡыныс, ғәрәсәтле булыуын яҙып та, һөйләп тә аңлатып бирерлек түгел.


Бында ла полк бик күп ҡаһарманлыҡтар күрһәтеп өлгөрә. 1943 йылдың 5 авгусында утлы дуғанан имен сыҡҡандар араһында миномёт расчёты командиры сержант олатайым да була. Яҙмыш тағы ла уны Суфиян Поварисов менән осраштыра. Был һуғыш тураһында әҙип үҙенең “Яҙмыш ҡорбандары” китабында яҙып сыҡты.


Артабан олатайым 375-се уҡсылар полкының миномётсылар батальонына эләгә. 1943 йылдың октябрендә Дон йылғаһы буйындағы һуғышта бик ҡаты яралана. Дошман тарафынан йылғаға атып төшөрөлә. Был турала ла Суфиян Поварисов “Ватан яҙмышы – ир иңендә” тигән хәтирәләрендә сағылдыра. 1944 йылдың башында, госпиталдән сыҡҡас, икенсе төркөм һуғыш инвалиды итеп тыуған яғына ҡайтарып ебәрелә.


Һуғыштан һуң 80 йәшенә тиклем колхозда эшләне. Колхоз рәйесе, Өфөлә уҡып ҡайтҡас – агротехник, район Советы рәйесенең ярҙамсыһы вазифаларын башҡара. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа колхоздың бөтмәҫ мәшәҡәттәрен үҙ иңенә ала олатайым. Эшенә яуаплы ҡарай, бер ваҡытта ла кеше күңелен ҡыймаҫҡа тырыша ул.


Һуғыш уты һүнгәнгә 74 йыл. Йылдар үтә, әммә яугирҙәрҙең ҡаһарманлығын бер ҡасан да онотмаҫҡа тейешбеҙ. Һуғыштың ни тиклем ҡурҡыныс, яуыз булыуын беҙ бик күп архив яҙмаларынан, киноларҙан, китаптарҙан уҡып беләбеҙ. Уның дәһшәтле уты һәр ғаиләгә ҡағылды.


Олатайымдың бер туған ҡустыһы, танкист Әхнәф Бикҡужин Польшаның Варшава ҡалаһын алғанда һәләк була.

Олатайым да, яугир дуҫы Суфиян Поварисов та хәҙер беҙҙең арала юҡ инде. Яуҙа ятып ҡалған, һуғышта яраланған, тыныс тормошта вафат булған һалдаттар хаҡында яҡты хәтер һаҡлайыҡ, мәңгелек дан уларға!

Йыл һайын Еңеү парадында һәр кеше, үҙ ветеранының фотоһүрәтен тотоп, “Үлемһеҙ полк” акцияһына ҡушыла. Ошо мәлдә яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙәребеҙ, тыныс тормошта вафат булған олатайҙарыбыҙ беҙҙең янға ҡайтҡан кеүек. Йөрәктәр тулҡынлана, күҙҙән йәш тама...