Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
30 Июль 2019, 23:20

Туй гөрләне ҡарттар йортонда

Кейәү егетенә 55 йәш булһа, кәләшкә - 75.

Фото: БСТ
Был көндө Шаран районының ҡарттар йортонда оло байрам булды - бында йәшәүселәр Анатолий Иванович менән Миңлифа Самиҡ ҡыҙын туйҙары менән ҡотланы.
Кейәү егетенә 55 йәш булһа, кәләшкә - 75. Йәш аралары шаҡтай булһа ла, яңы өйләнешкән парҙар үҙҙәрен бәхетле тоя. Улар бынан ике йыл элек танышҡан.
Был көндә рәсми теркәү үткәндән һуң, сәй табыны ойошторолдо. Почуевтарға айырым бүлмә бирелгән.
Бәхетле ғүмер теләйек йәш ғаиләгә!