Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
8 Май 2021, 18:30

Бөгөн Өфөлә Мәмүн Ғәтиәтуллин хөрмәтенә парад үтте

Курск дуғаһындағы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан, шулай уҡ Украинаны, Молдавияны, Польшаны һәм Чехословакияны азат итеүгә ҙур өлөш индергән.

Бөгөн Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәмүн Лотфулла улы Ғәтиәтуллиндың йорт алдында парад үтте. Ветеранды ҡотлап баш ҡаланың Октябрьский районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников, "Үҙенсәлекле балалар" хәйриә фонды директоры Фәйрүзә Латипова сығыш яһаны. 198-се балалар баҡсаһының "Гармония" һәм 197-се балалар баҡсаһының "Грация" ансамблдәре, "Задорники" рус халыҡ йырҙары балалар ансамбле, "Эдельвейс" эстрада ансамбле, "Созвездие" балалар ижады үҙәге коллективы концерт күрһәтте. Мәмүн Лотфулла улы үҙенең Еңеү ағасын ултыртты.
Мәмүн Лотфулла улы 1924 йылдың 14 февралендә Ырымбур өлкәһенең Иҫке Ҡолшәрип ауылында тыуған. Һуңынан уларҙың ғаиләһе Бәләбәй районының Знаменко ауылына күсеп килә. 1942 йылда 17 йәшлек егеткә хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы тотторалар. Әлкә лагерында бер аҙ әҙерлек үткәндән һуң Стәрле­тамаҡҡа күсерелгән Рига хәрби пехота училищеһы курсанты булып китә. 1943 йылдың 2 февралендә фронтҡа юллана.
Һуғышҡа ябай һалдат булып киткән Мәмүн Лотфулла улы миномет батареяһы командиры урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләй. Бөйөк Ватан һуғы­шының иң ҡаты алыштарының береһендә – Курск дуғаһындағы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан, шулай уҡ Украинаны, Молдавияны, Польшаны һәм Чехословакияны азат итеүгә ҙур өлөш индергән.


Ястребов ауылы өсөн алыштарҙа 20 фашисты һәм ике пулемет нөктәһен юҡ иткән өсөн ул “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. 1945 йылдың 15 мартында Мәскәү ҡалаһы эргәһендә немецтарҙың оборонаһын йырып сыҡҡанда Мәмүн Ғәтиәтуллин үҙен ҡыйыу һәм бирешмәҫ командир итеп күрһәтә. Яуҙа уның расчеты 30 фашисты һәм пушканы юҡ итә. Был иһә йәйәүлеләр ғәскәренә алға китергә мөмкинлек бирә.


Күрһәткән батырлыҡтары өсөн яугир Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби фиҙа­кәрлек өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән наградланған. Мәмүн Ғәтиәтул­лин өсөн һуғыш 1947 йылдың апрелендә генә тамамлана, сөнки уға йәшенеп ҡалған дошманды дөмөктөрөү өсөн тағы ла көс һалырға тура килә.


Тыныс тормошта ла ул үҙе­нең ғүмерен тыуған иленә бағышлай – юғары белем ала, илдең сәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индереп, төрлө етәксе вазифаларҙа эшләй.


Әле лә 97 йәшлек уҙаман үҫеп килгән быуында илһөйәрлекте тәрбиәләүгә үҙ өлө­шөн индерә, балалар менән осрашыуҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Уның тырыш­лығы менән Өфө ҡалаһының 117-се мәктәп-музейында 15-се гвардия дивизияһының хәрби юлына бағышланған мөйөш асылған. Шулай итеп, Мәмүн Лотфулла улы әле лә сафта, Ватан һағында. Ул 2019 йылда Мәскәүҙәге Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналған парадта ҡатнашҡан.
Автор фотоһы.
Читайте нас: