Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
14 Август 2021, 16:30

Радий Хәбиров десантсылар менән осрашты

Шишмә районындағы хәрби часть базаһында республиканың үҫеп килгән быуынды армияға әҙерләү үҙәге – “Илһөйәр” паркы – ойошторола.

Радий Хәбиров десантсылар менән осрашты
Радий Хәбиров десантсылар менән осрашты

Бөгөн Республика Хәрби дан музейында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары менән осрашты.

Сара алдынан Радий Фәрит улы "Десантсылар быуыны берлеге" мемориалын ҡараны. Уның авторы Рифат Хужағәлиев йыйылыусыларға монументтың нисек булдырылыуы тураһында һөйләне, Башҡортостан Башлығына проектты бойомға ашырыуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был арт-объект быйыл 2 августа – Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә – асылғайны.

– Хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән беҙ йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү, үҫмерҙәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса иңгә иң терәп эшләйбеҙ, тип әйтергә мөмкин. Шишмә районындағы хәрби часть базаһында үҫеп килгән быуынды армияға әҙерләү үҙәге – “Илһөйәр” паркы – ойошторола. Быйыл октябрь-ноябрь айҙарында унда беренсе курсанттарҙы ҡабул итергә планлаштырғанбыҙ. Беҙҙең батырҙар иҫтәлегенә аллея буласаҡ. Халыҡ паркка килеп, хәрби техника өлгөләрен ҡарай алһын һәм хәрби рух менән һуғарылһын өсөн. Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының да дөйөм эшкә ҡушылыуын теләйем, – тине Радий Хәбиров.

"Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары берлеге"нең төбәк бүлексәһе рәйесе Марат Күҙермәтов республикала уҙғарылған спорт һәм илһөйәрлек саралары тураһында һөйләне.

– Башҡортостан етәкселегенең ярҙамы менән хәрби даталарға арналған спорт турнирҙары үткәрелеп тороуы тураһында илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә беләләр. Беҙ хәрби-спорт клубтарында сәләмәт тормошто пропагандалайбыҙ, үҫмерҙәр өсөн башланғыс хәрби әҙерлек алып барабыҙ, – тине ул.

"Башҡортостан Республикаһы ветераны" төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Илдар Бәҙретдинов 2022 йылда, пандемияға бәйле сикләүҙәр бөткәс, "Хәрби бейеклек" илһөйәрлек йырҙары фестивале уҙасағы хаҡында хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы ветерандар ойошмаһы эшен юғары баһаланы һәм уларҙы республиканың ижтимағи тормошонда әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.

– Мөһим мәсьәләләр менән шөғөлләнгән йәмәғәт ойошмалары өсөн дәүләт гранттары биреүҙең тотороҡло системаһын булдырҙыҡ. Ветеран ойошмаларының илһөйәрлекте көсәйтеүгә бәйле тәҡдимдәре бик кәрәк, тип иҫәпләйем. Беҙҙең бурыс – йәштәрҙе тәрбиәләү, һәм был йәһәттән ветерандар ярҙам итергә әҙер, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

"Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар артабан "Десантсылар быуыны берлеге" мемориалын булдырыу тарихы тураһында "Хәтер күпере" фильмын ҡараны. Һуңынан Рифат Хужағәлиев Башҡортостан Башлығына хәрби хәрәкәт ветерандарының рәхмәт хатын тапшырҙы һәм "Десантсылар быуыны берлеге" скульптура төркөмө төшөрөлгән һынды иҫтәлеккә бүләк итте.

 

Фото: glavarb.ru

Радий Хәбиров десантсылар менән осрашты
Радий Хәбиров десантсылар менән осрашты
Радий Хәбиров десантсылар менән осрашты
Радий Хәбиров десантсылар менән осрашты
Радий Хәбиров десантсылар менән осрашты
Радий Хәбиров десантсылар менән осрашты
Радий Хәбиров десантсылар менән осрашты
Радий Хәбиров десантсылар менән осрашты
Радий Хәбиров десантсылар менән осрашты
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: