Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
30 Март 2022, 16:45

Өлкән быуын – иғтибар үҙәгендә

Социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләре менән бизнес та ҡыҙыҡһына башланы.  

Өлкән быуын – иғтибар үҙәгендә
Өлкән быуын – иғтибар үҙәгендә

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың  2021 йылғы эш йомғаҡтарына арналған  ултырышында  өлкән  быуын  һәм инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында ла һүҙ барҙы.  Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса 44 меңдән ашыу оло йәштәгеләр һәм  инвалидтар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында  социаль хеҙмәттәр алды.

“Социаль хеҙмәттәр алыусының  һәр өсөнсөһө –ололар һәм инвалидтар. Уларҙың һигеҙ меңе стационар учреждениеларҙа, 28 меңе – дәүләткә ҡарамаған социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында хеҙмәттәр алыусы.  Социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләре менән бизнес та ҡыҙыҡһына башланы.  Былтыр 29 декабрҙә Иглин районының Пушкинский ауылында өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн дәүләткә ҡарамаған стационар хеҙмәтләндереү пансионаты төҙөү буйынса концессион килешеү  төҙөлдө.

Концессионер – “Счастливый Я” ял  һәм өлкәндәрҙе тәрбиәләү үҙәге.  Беҙ  тағы ла  граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү  өсөн объект төҙөү һәм файҙаланыу буйынса концессион килешеү механизмын ҡулланып,  бер пилот инвестиция проектын тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Ул 1,7 миллиард һум тәшкил итәсәк.  Инвестор социаль хеҙмәтләндереү  стационар учреждениеларында оҙайлы тәрбиәләү стандарттарына ярашлы граждандарҙы хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итәсәк. Был проект республика өсөн генә инновацион түгел,  ул шулай уҡ өлкәндәр өсөн хеҙмәттәр күрһәтеүҙе донъя кимәленә алып сыға. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн “Демография” милли проектына ярашлы федераль финанслауҙы йәлеп итергә уйлайбыҙ. Бөгөн Хөкүмәттең тәү сираттағы бурысы – социаль әһәмиәтле сығымдарҙы  финанслауҙы тәьмин итеү. Барыһынан дә элек улар  – пособие һәм стипендиялар. Социаль ярҙамдың адреслы булыуын да яҡшыртырға тейешбеҙ,” –тине Андрей Назаров.

 

Фото:rbk.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: