Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
18 Август 2022, 22:30

Зәйнәп инәй 85-тә лә өҙҙөрә баҫа!

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Зәйнәп Яубаҫарованың дәртле бейеүенә йәштәр һоҡланырлыҡ!

Зәйнәп инәй 85-тә лә өҙҙөрә баҫа!
Зәйнәп инәй 85-тә лә өҙҙөрә баҫа!

Була шундай дәртле инәйҙәр! Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, дәртле көй ишетелеү менән рәхәтләндереп бейергә төшөп тә китеүселәр. Бөрйән районында йәшәгән Зәйнәп инәй Яубаҫарова ла һис аптырап ҡалмаған, үҙенең юбилей кисәһендә барыһын да һоҡландырып, ейәндәре менән сәхнәлә дәртләнеп бейеп та алған. Афарин, ағинәй! Артабан да ошо дәртегеҙ һүнмәһен, һау-сәләмәт булығыҙ!

Зәйнәп Әхмәҙулла ҡыҙы Яубаҫарова Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында тыуған. Бөгөнгө көндә Бөрйән районы Тимер ауылында Айнур улы менән йәшәй. Тормош иптәше Хәкимйән Ғәлимйән улы менән 8 балаға ғүмер биргәндәр. Үкенескә күрә, 3 йыл элек Хәкимйән ағай вафат булған.

8 баланың 5-һенә юғары белем биргәндәр, Зәйнәп инәйҙең 20 ейән-ейәнсәре, 13 бүлә-бүләсәре бар.

Фото һәм видео авторы: Земфира Аҡбутина.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: