Ғүмер буйы Мәмбәтҡол ауылында йәшәп, көндәрен хеҙмәттә үткәргән 90 йәшлек ветеранды ихласлығы, асыҡ зиһенле булыуы һәм тырышлығы өсөн ауылдаштары хөрмәт итә. Яҙмыш уны иркәләмәһә лә, Фәрит Ғәйәфетдин улы Мырҙағолов кешелеклеген юғалтмаған, күңеле ҡатмаған, йөрәге һәр кемгә асыҡ.
Һигеҙ генә йәштә үкһеҙ етем ҡалған ул. Атаһы фронтта һәләк була, яңы ғына тыуған сабыйын ташлап колхоз эшенә сыҡҡан әсәһе ҡаты өҙлөгә, түшәккә ята һәм йәшләй вафат була. Шулай итеп, береһенән-береһе бәләкәй бала етем ҡала. Мәләүез районының Тамъян ауылында йәшәгән әсәһенең бер туған апаһы өсөһөн дә үҙ тәрбиәһенә ала. Кейәүгә сығыу менән уның да ирен фронтҡа алалар, үкенескә ҡаршы, яу яланында һәләк була. Бер һүҙ менән әйткәндә, Нәзимә Мостафа ҡыҙы бөтә ғүмерен Мөнирәне, Ғәлиҙе һәм Фәритте тәрбиәләүгә бирә, ғәҙеллеккә, хеҙмәткә өйрәтеп, яратып үҫтерә.
Дүрт класты тамамлау менән Нәзимә апаһына ярҙам итеү теләге менән көтөүсе булып яллана. 14 йыл тулғас, Куйбышев тимер юлының Ырымбур участкаһына эшкә урынлаша. Аҙаҡ Владивостокта өс йыл хеҙмәт итә. Унда ҡалыу уйы булһа ла, туғандарының яҙмышы тынғы бирмәй, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ауылдың һылыуы Миниса Ғәләүетдин ҡыҙына өйләнеп, 65 йыл бәхетле ғүмер кисерәләр. Дүрт балаға ғүмер бирәләр. Хәҙер уларҙың 11 ейәне һәм туғыҙ бүләре бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр көҙ хәләл ефете яҡты донъяны ташлап китә...
– Атайыбыҙ шул тиклем тынғыһыҙ кеше инде ул, – ти өлкән ҡыҙы Әлфиә Дәминова. – Ҡалаға йәшәргә саҡырып ҡараһаҡ та, һис килергә уйламай. Һаман да ауыл хужалығы, һарыҡ-кәзәләре, ҡош-ҡорто менән айырылыша алмай. Шулай булғас, хәҙер үҙебеҙ ярҙам итергә килдек. Һарыҡтары бәрәсләгәс, нисек шатланғанын күрһәгеҙ ине! Ваҡытында тәрбиәләгеҙ, ашатығыҙ, эсерегеҙ, тип атайыбыҙ беҙҙе тышҡа ҡыуалап ҡына тора! – тип көлә Әлфиә.
Аталарының олпат йәштә лә көслө рухлы, уңған булыуы, тормоштан йәм табып йәшәүе балаларын шатландыра ғына.
“Көйөргәҙе” гәзитенән.
Дамир Хәйбуллин фотоһы.