Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
16 Ғинуар , 09:00

100 йәшең менән, ветеран!

Ул – райондағы берҙән-бер иҫән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 

100 йәшең менән, ветеран!
100 йәшең менән, ветеран!

Яңауыл районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәфғәт Солтангәрәй улы Мағазов 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Әйткәндәй, ул – райондағы берҙән-бер иҫән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.

Рәфғәт Солтангәрәй улы һуғыштың иң ҡыҙыу мәлендә – 1943 йылда хәрби хеҙмәткә алына һәм данлы ла, шанлы ла Курск дуғаһына эләгә. 117-се уҡсылар полкы составында һуғыша. Бөйөк Еңеүҙе Австрияла ҡаршылай. 19-сы механизацияланған бригадала хеҙмәт иткәндән һуң 1947 йылда ғына тыныс тормошҡа ҡайта. Тыуған колхозын тергеҙә, тимерсе булып эшләй. Хәләл ефете менән бергә татыу ғүмер итеп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Рәфғәт Солтангәрәй улы ике «Батырлыҡ өсөн» хәрби миҙалы, «Германияны еңгән өсөн», «Болгарияны азат иткән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Үҙенең абруйлы йәшендә ветеран элеккесә илдәге һәм республикалағы тормош менән ҡыҙыҡһына, хәҙер Ватаныбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлаған балаларға Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй.

Ветеранға һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.

Сығанаҡ: vk.com/wall-44065111_33701

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: