Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
1 Февраль , 13:00

91 йәшендә лә "тимер ат"ты йүгәнләй ул!

Бөрйән районының Байназар ауылы аҡһаҡалы Ғәйнетдин Алтынбаевты һәр кем ихтирам итә. 

91 йәшендә лә "тимер ат"ты йүгәнләй ул!
91 йәшендә лә "тимер ат"ты йүгәнләй ул!

Фәндә 90-ға етеүселәрҙе генә ысынлап оҙон ғүмерлегә иҫәпләйҙәр икән. Шулай дөрөҫтөр ҙә. Уның кем, ниндәй һөнәр эйәһе икәнлеге лә мөһим түгел, ябай йә билдәле, әүҙем эшмәкәр йә һәүетемсә тормош алып барыусы булыуына ҡарамаҫтан, ер йөҙөндә 90 йыл дауамында ғүмер кисергән кешенең яҙмыш китабы үҙе бер риүәйәткә тиңләнергә хаҡлылыр.

Ошо йылдар эсендә ул күпме шатлыҡ-ҡыуаныстар кисергән һәм ҡаршылыҡтарға осраған, ни хәтле күҙ йәштәре түгелгәне беҙгә билдәһеҙ. Шуға ла беҙ оҙон ғүмерле аҡ инәй, сал бабайҙарға һәр ваҡыт тәрән ихтирам менән ҡарайбыҙ.

Былтыр 90 йәшен тултырған Байназар ауылы аҡһаҡалы Алтынбаев Ғәйнетдин Ғибәт улының яҙмышы ла ҡаршылыҡһыҙ, тура юлдан ғына тәгәрәп бармағандыр.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға һигеҙ йәш кенә була. 1942 йылда атаһы һуғышҡа китә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайтыр саҡта юлда вафат булып ҡала. Йәш бала әсәһенә һәр яҡлап та ярҙамлашып үҫә.

1947 йылда егет сафына инеп, “Ағиҙел” колхозында эш башлай. Унда үгеҙ егеп игенен дә ташый, ерен дә һөрөргә тура килә. 1951 йылға саҡлы фермала эшләй. Бала сағынан техника менән мауыға, тиҙ арала тракторсы ярҙамсыһы булып китә.

Ғәйнетдин Ғибәт улы 47 йыл РТП-ла механизатор булып эшләй. Уның фотоһүрәте Маҡтау таҡтаһынан төшмәгән, районыбыҙҙың, ул осорҙағы БАССР-ҙың, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың бик күп Рәхмәт хаттарына, Маҡтау ҡағыҙҙарына, миҙалдарға лайыҡ була.

Эшкә әрһеҙ була ул: өйөндә лә, эшендә ең һыҙғанып эшләй, кәртә-ҡура тирәһе һәр саҡ ҡараулы, техникаһы ла төҙөк була. Бөтә балалары ла ата-әсәһенән үрнәк алып тырыш, матур донья көтәләр.

Хәҙер ул - 4 ейән-ейәнсәргә, 27 бүлә-бүләсәгә олатай, ҡарт олатай. Ул ошоға тиклем мал көттө, аты ла булды, "Һарайға сыҡмайынса тора алмайым, әле лә дүрт баш һарыҡ, тауыҡтар бар, шуларҙы ҡарайым," ти ул.

90-ды үткән бабай тип әйтмәҫһең дә, йәштәр һымаҡ кәүҙәһен тура тотоп, һеңкетә баҫып атлап йөрөй. Әле һаман да атта ла йөрөй, машина ла йөрөтә. Уларға барған һайын ҡатыны Бибинур апай менән икәүләшеп йылы һүҙҙәре, яҡты йөҙҙәре менән ҡаршы алалар.

Өйҙәре һәр саҡ йылы, өҫтәлендә ҡайнаған самауыры ултыра. Бер-береһен шаяртып, ҡыуанып, бәхетле йәшәйҙәр улар! Нишләп ҡыуанмаһындар ти, балалары уларға һәр көн алмашлап килеп, хәлдәрен белеп, йорт эштәрендә ярҙам итеп торалар, улар ҙа хәлдәренән килгән тиклем балаларына ярҙам итәләр.

Уларға иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамын тойоп, изгелектәрен генә күреп, оҙон-оҙаҡ бәхет-шатлыҡтарға күмелеп ғүмер кисерһендәр! Улар беҙҙең ауылыбыҙҙың ғорурлығы, йәш быуын өсөн өлгө булып торалар!

Быйыл Байназар ауылы республикала үткән "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша һәм быға бигерәк тә ауылдың аҡһаҡалы ҡуш ҡуллап ярҙам итә, үҙ кәңәштәрен бирә.Үҙе лә сәләмәт тормош йәшәүҙең асыҡ миҫалы булған ауыл аҡһаҡалынан алыр кәңәштәр ҙә күп, ти ауыл халҡы.

Фото һәм текст сығанағы: "Байназар ҡатын-ҡыҙҙары" төркөмөнән.

91 йәшендә лә "тимер ат"ты йүгәнләй ул!
91 йәшендә лә "тимер ат"ты йүгәнләй ул!
91 йәшендә лә "тимер ат"ты йүгәнләй ул!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: