Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
1 Март , 11:00

Нурылғаян инәйҙе тыңлап алайыҡ!

Әбйәлил районының Рәхмәт ауылынан Нурлығаян Ғатаулла ҡыҙы Мансурова үҙенең шиғырын һөйләй.

Нурылғаян инәйҙе тыңлап алайыҡ!
Нурылғаян инәйҙе тыңлап алайыҡ!

Әйткәндәй, инәй үҙенең исемен Нурылғаян тип һанай, сөнки Нурлығаян - ул ирҙәр исеме, ти.

Күңеленә ятҡан шиғырҙарҙы ятлауына, хәтеренең шәплегенә, ҡулының оҫталығына һоҡланып ҡарамау мөмкин түгел, күҙ теймәһен. Уның был һәләттәренә балалары, таныштары, ауылдаштары ла күнегеп бөткән, ғәҙәти хәл кеүек ҡабул итә.

Сығышы менән Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан булған Нурылғаян инәй тормош иптәше Вассаф апа менән биш балаға - өс улға (Таймас, Ильяс, Алмас) һәм ике ҡыҙға (Флүзә, Гөлназ) ғүмер бирә, әммә инәй йәшләй генә тол ҡала, шулай ҙа балаларын кәм-хур итмәй, лайыҡлы тәрбиә бирә.

Олоғайған көнөндә бәләкәй ҡыҙы Гөлназ апай ғаиләһе менән ҡайтып, әсәһенең эргәһендә йорт һалып инеп, ҡәҙер итеүе - үҙе бәхет, икеһенә лә бәхет. 

Автор фотоһы.

Видео авторы: Зөлфирә Ҡарағужина.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: