Бибиса Ғарифйән ҡыҙы Ғилемшина 1924 йылда Тәтешлелә донъяға килә, әммә биш йәштән Вязовка ауылында йәшәй. Һуғыштан һуң Түбәнге Балтас ауылына килен булып төшә. Ире менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Һуңғы 13 йылда ҡыҙы Валентина һәм кейәүе Разан йортонда уларҙың хәстәрен һәм күңел йылыһын тойоп йәшәй. Бибиса инәй яңыраҡ йөҙ йәшлек юбилейын үткәрҙе, тип хәбәр итә “Татышлинский вестник”.
Бөйөк Ватан һуғышында ул өлкәндәр менән бер рәттән колхозда хеҙмәт итә. Фронттан яраланып атаһы ҡайтҡас, шатлыҡтары эстәренә һыймай. Әммә бәхетле көндәр оҙаҡҡа бармай, атаһын шахтаға оҙаталар, ә унан ир өйөнә ҡайта алмай, шунда вафат була. Һуғыштың бөтә ҡатмарлыҡтарын, аслыҡты, һыуыҡты, ауыр хеҙмәтте баштан үткәрә юбиляр. Ер һөрә, ат ҡарай, урман ҡырҡа... Кейәүгә сығып, өсөнсө балаһын көткәндә, ирен армия хеҙмәтенә алалар. Ул саҡта һалдаттар өс йыл хеҙмәт итә. Бик ауырға тура килә Бибисаға. Өй түбәһенән һыу аға, балаларҙы ашатып-эсерергә кәрәк. Ярай әле, ауылдаштары өйҙөң түбәһен һалам менән ябырға ярҙам итә...
Аҙаҡ иренең 12 йәштә етем ҡалған туғаны Фәриғаны ете бала эргәһенә тәрбиәгә алалар. Армиянан һуң ире колхозда балта оҫтаһы, аҙаҡ мәктәптә кочегар булып эшләй. Бибиса Ғарифйән ҡыҙы күп йылдар колхозда, мәктәптә йыйыштырыусы булып хеҙмәт итә.
–Үҙемде белгәндән алып, әсәйем гел эшләне лә эшләне. Атайымдың һаулығы насар ине, ул беҙгә кейем тегеү менән шөғөлләнде. Бик иртә, 47 йәшендә генә, вафат булды. Беҙҙе тәрбиәләүҙә бөтә ауырлыҡ әсәйебеҙгә төштө. Пенсияға сығырға ваҡыт еткәс, уның хеҙмәт кенәгәһе лә булмағанын белдек. Эш стажын суд аша тергеҙҙек, – ти ҡыҙы Валентина.
Бөгөн инәйҙең дүрт балаһы иҫән. Улы Сергей Түбәнге Балтаста йәшәй, колхозда агроном булып эшләгән. Ҡыҙы Зәйтүнә Березники ауылында йәшәй, пенсияла. Фәйзүнә – шәфҡәт туташы, Валентина һатыусы булып эшләгән. Ете балаһы юбилярға 14 ейән-ейәнсәр, 34 бүлә-бүләсәр бүләк иткән.
Фото: https://tatvestnik-t.ru/articles/kotlyybyz/2024-11-09/100-let-ne-predel-4001715