Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
15 Февраль 2025, 18:00

Тыл ветеранына – 95 йәш!

Баш ҡалабыҙҙың Затон биҫәһендә ғүмер иткән Мәсғүҙә Яхъя ҡыҙы Мәсәлимова – Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында колхоздағы фиҙакәр хеҙмәте менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индергән тыл ветераны. 

Тыл ветеранына – 95 йәш!
Тыл ветеранына – 95 йәш!

Баш ҡалабыҙҙың Затон биҫәһендә ғүмер иткән Мәсғүҙә Яхъя ҡыҙы Мәсәлимова ошо көндәрҙә 95 йәшен ҡаршылаған. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тылдағы фиҙакәр хеҙмәте менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индергән ветеранды юбилейы менән Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы Мирхәт Ҡаҙарғолов ҡотлаған. Ул дәүләтебеҙ етәксеһе В.В. Путиндың ҡотлау хатын алып килгән. Был хаҡта райондың рәсми төркөмөндә хәбәр ителә.

Мәсғүҙә Яхъя ҡыҙы Благовар районында тыуған. Ауыр һуғыш йылдарында колхозда тир түккән. Бөйөк Ватан һуғышы яугире Зөфәр Шәрифйән улы менән ғаилә ҡорғас, Өфөгә күсеп йәшәй башлайҙар. Мәсғүҙә Яхъя ҡыҙы 5-се интернат-мәктәптә, унан хаҡлы ялға сыҡҡансы Өфө районында ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләй. Ире менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр, ә хәҙер инде ветерандың алты ейән-ейәнсәре һәм биш бүлә-бүләсәре бар.

Тыл ветеранын оло юбилейы менән ҡотлап, артабан да балаларының, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәүен, бәхетле ҡартлыҡ кисереүен теләйбеҙ!

Фото: vk.com/leninskyufa

 

 

Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас