Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2019, 16:44

Һалҡын асфальт, эҫе асфальт…

Башҡортостанда юлдағы соҡорҙарҙы ремонтлау күләменең артыуын фаразлайҙар.

Башҡортостанда юлдағы соҡорҙарҙы ремонтлау күләменең артыуын фаразлайҙар. Транспорт һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, күләмдең икеләтә тиерлек үҫеүе күҙаллана: былтыр 272 мең квадрат метр булһа, быйыл иһә – 500 мең квадрат метр.
Ошо көндәрҙә Транспорт һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте заводында сәфәрҙә булды. Ведомство башлығы һалҡын асфальт етештереүҙе тикшерҙе, шулай уҡ уны ҡулланып юлдағы соҡорҙарҙы ямау барышын, техниканы ҡарап сыҡты, яҙғы осорҙа эшкә әҙерлекте, тейешле материалдар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителеү күләмен баһаланы.
Юлдағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн “Башкиравтодор” йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә һалҡын асфальт ҡуллана. Йыл һайын компания уны ете мең тоннаға яҡын етештерә. 2006 йылда Канаданың “Матрекс” компанияһынан махсус технологик ҡорамалдар һатып алынған. Канада технологияһы буйынса яһалған асфальтты һалҡын көндәрҙә лә түшәргә мөмкин. Һуңыраҡ урындағы фәнни-етештереү предприятиелары менән берлектә Башҡортостанда етештерелгән компоненттар нигеҙендә һалҡын асфальт өсөн ҡатырыусы матдәләрҙең рецептураһы уйлап табыла.
Мәғлүм булыуынса, соҡорҙарға эҫе асфальт түшәү 7 апрелдә башлана.
Читайте нас: