Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2019, 19:08

Көн тимәй, төн тимәй…

Ауыл ерендә фельдшер бик кәрәкле һөнәр эйәһе ул. Айырыуса Юлия Малова кеүек изгелекле, иғтибарлы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ауыл халҡының хөрмәте ҙур.

Ауыл ерендә фельдшер бик кәрәкле һөнәр эйәһе ул. Айырыуса Юлия Малова кеүек изгелекле, иғтибарлы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ауыл халҡының хөрмәте ҙур.
Тәүлектең теләгән ваҡытында ярҙамға килергә әҙер ул. Ә 400-ҙән ашыу кеше йәшәгән биләмә ҙур. Туймазы медицина колледжын тамамлап, Үҫтем фельдшер-акушерлыҡ пунктында, үҙәк район дауаханаһында эшләгәндән һуң Дияш фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире итеп тәғәйенләнә.
Тормош иптәше Владимир менән бәхет эҙләп ситкә китеүҙе хуп күрмәй, тыуған төйәктәрендә төпләнә йәштәр. Бына тигән Никита һәм Николай исемле улдары үҫеп килә. Баҡалы районының Дияш халҡы уңған фельдшерҙарының эшенән бик ҡәнәғәт, уның ауыр, тынғыһыҙ хеҙмәтендә ҙур уңыштар теләй.
Читайте нас: