Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2019, 13:56

Селфи яһа ла бүләк ал!

Туймазы ҡалаһында яҙғы йыйыштырыу эштәре башланды. “Өмәлә селфи яһа!” акцияһы ла ошо эште әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән.

Туймазы ҡалаһында яҙғы йыйыштырыу эштәре башланды. “Өмәлә селфи яһа!” акцияһы ла ошо эште әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән.
Ҡалала йәшәүселәргә өлгөнө тәүгеләрҙән булып урындағы педагогия колледжы студенттары күрһәткән. Улар уҡыу йорто биләмәһендәге стадионды һәм спорт майҙансығын йыйыштырыуҙан тыш, ҡала паркында һәм ҡаланың төп урамдарының береһендә, Йәштәр аллеяһында өмә үткәрә. Унан тыш, студенттар йыл һайын Өсән йылғаһы ярын, һабантуй яланын да тәртипкә килтерә.
6 апрелдән барлыҡ тораҡ пункттарҙа ла өмәләр ойоштороласаҡ. Ә “Туймазы хәбәрҙәре” гәзите экологик сарала ойошторолған иң үҙенсәлекле селфиға фотоконкурс иғлан иткән. Еңеүсене бүләк көтә.
Читайте нас: