Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2019, 18:00

Иҫкелекте ташла!

Яҙ етеү менән күңел яңылыҡ, таҙалыҡ көҫәй башлай. Бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянып, сафланған мәлдә, йәшәгән еребеҙҙе лә таҙараҡ, уңайлыраҡ иткебеҙ килә. Көндәр йылытыу менән тәҙрә йыуабыҙ, “генераль йыйыштырыуҙар” башлайбыҙ. Өйҙө тағы ла уңайлыраҡ итеү өсөн артыҡ әйберҙәрҙе ташларға кәрәк. Иғтибарлап йортоғоҙҙо ҡарап сығығыҙ әле, бәлки, һеҙҙә лә түбәндә килтерелгән исемлектән кәрәкмәгән нәмәләр барҙыр.

Яҙ етеү менән күңел яңылыҡ, таҙалыҡ көҫәй башлай. Бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянып, сафланған мәлдә, йәшәгән еребеҙҙе лә таҙараҡ, уңайлыраҡ иткебеҙ килә. Көндәр йылытыу менән тәҙрә йыуабыҙ, “генераль йыйыштырыуҙар” башлайбыҙ. Өйҙө тағы ла уңайлыраҡ итеү өсөн артыҡ әйберҙәрҙе ташларға кәрәк. Иғтибарлап йортоғоҙҙо ҡарап сығығыҙ әле, бәлки, һеҙҙә лә түбәндә килтерелгән исемлектән кәрәкмәгән нәмәләр барҙыр.
1. Рәте киткән кейем. Йыуып бөтөрә алмаған таплы кофта, тишек ыштан, күп тапҡыр йыуыуҙан төҫө бөтә башлаған күлдәктәр... Нимәгә кәрәк улар? Ташларға йәл икән, мохтаждарға булһа ла бирегеҙ, йәки сепрәк итеп файҙаланырға мөмкин.
2. Буй-һынығыҙға тап килмәгән кейем. Беренсе курста уҡыған саҡта кейгән джинсы салбар менән хушлашыр мәл еткәндер? “Ябыҡҡас кейермен” тип һалған кейемдәр ҙә әллә ҡасандан йәнде көйҙөрөп тора. Ни ябығып булмай, ни шкафта урын юҡ. Тоҡҡа әйләнеп бөткән кейемдәр ҙә һеҙҙе биҙәмәй. Бирегеҙ, әйҙә, кемгә килешә шуға.
3. Иҫке аяҡ кейеме. Аяҡ кейемдәре шкафын иғтибарлап ҡарап сығығыҙ һәм әллә ҡасандан кеймәгәндәрен ташлағыҙ. Тәү сиратта йыртылған өй тәпешкәләре, үксәһе төшкән туфлиҙар, табаны ҡутарылып сыҡҡан ботинкалар – бер һүҙ менән әйткәндә, ремонт талап ителгәндәрен. “Ҡасан да булһа ҡулым етеп, ремонтлатып аласаҡмын”, тип үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Быға тиклем ятҡас, тимәк, улар һеҙгә кәрәк түгел.
4. Йыртылған колготки, ойоҡбаш, эске кейемдәр. Уларҙы кейеү – үҙ-үҙеңде хөрмәт итмәү. Ундай әйберҙе кешегә лә биреп булмай, ташлау хәйерлерәк.
5. Бижутерия. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың “байлыҡтары” ятҡан шкатулкаһы барҙыр. Уны ла ваҡыт-ваҡыты менән таҙартып тороу зарур. Өҙөлгән, ватылған, һынған ялтыр-йолтор һеҙгә кәрәк түгел!
6. Иҫке байрам кейемдәре. Сығарылыш класында кейгән йәки туй күлдәктәрен тиҫтә йылдар буйы һаҡлағандар ҙа бар. Тик үҙегеҙгә үҙегеҙ яуап бирегеҙ: нимәгә кәрәк ул? Эйе, улар матур, бә­хет­ле көндө хәтерләтә. Тик уларҙы ҡабаттан кейеү мөмкинлеге булмаҫы ла аңлашыла бит. Хәле яҡшы булһа – һатыуға ҡуйығыҙ, йәки тегеү менән шөғөлләнгән таны­шы­ғыҙға бирегеҙ, бик булмаһа – ташлағыҙ.
7. Көйөүгә ҡаршы япмалы табалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заманса табалар элекке суйындан эшләнгәндәренән айырмалы бик аҙ ваҡыт хеҙмәт итә. Көйөүгә ҡаршы япмаһы һыҙырыла башлау менән уны ташларға кәрәк.
8. Һауыт-һаба. Күптәребеҙгә өләсәй-әсәй­ҙә­ребеҙҙән мираҫҡа һауыт-һаба тороп ҡала. Шкаф­тарҙы иғтибар менән ҡарап сығығыҙ һәм файҙалан­мағандарын ташлағыҙ. “Ташлағыҙ” тигәс тә, сүплеккә түгел, ә берәйһенә бирегеҙ, ғәҙәттә, һауыт-һаба оҙаҡ хеҙмәт итә бит. Ә инде бер сите ватылған, сатнаған һауыт-һабаны тотоноу зыян килтереүе лә ихтимал.
9. Урын-ер ҡаралдыһы, иҫке таҫтамалдар. Тишелгән, йыуып бөтөрөп булмай торған таплы ҡаралдыла йоҡламағыҙ. Уларҙан бик уңайлы йыуғыс эшләргә мөмкин. Төҫө бөткән, иҫкергән таҫтамалды ла йәлләп ултырмағыҙ.
10. Китаптар, конспекттар, квитанциялар. Әлбиттә, матур итеп шәхси китапханаға йыйылған китаптар тураһында һүҙ бармай. Ә элекке уҡыу әсбаптары, мәктәп йылдарындағы дәфтәрҙәр тураһында. Реклама буклеттары, буш конверттар, открыткалар, хан заманғы квитанциялар, уҡылмаған гәзит-журналдар. Быларҙың береһе лә һеҙгә кәрәк түгел. Йәлләмәй ташлағыҙ йәки макулатура итеп тапшырығыҙ.
Бындай ревизияларҙы онотҡанда бер түгел, ә ярты йыл һайын эшләп торғанда ла, өйөгөҙ күпкә таҙарып, кәрәкмәгән әйберҙәрҙән арынып ҡалырһығыҙ.
Читайте нас: