Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2019, 17:00

Киләсәккә йөҙ тота

“Бәхәскә урын юҡ”Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) етәксеһе Әкрәм Мөхәмәт улы ҒӘНИЕВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

“Бәхәскә урын юҡ”
Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) етәксеһе Әкрәм Мөхәмәт улы ҒӘНИЕВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– 2017 йылда Рәсәй Хөкүмәте беҙҙең илдә һанлы иҡтисадты үҫтереүҙең программаһын раҫ­ланы. Нимә ул “һанлы иҡтисад”, ни өсөн был яңылыҡты статис­тика хеҙмәткәрҙәре хуплап ҡабул итте?
– “Һанлы иҡтисад” терминын АҠШ-тың Массачусетс университеты ғалимы Николас Негропонте 1995 йылда тәү башлап ҡуллана башланы. Был билдәләмә иҡтисад­тың бер өлөшө булып тора һәм етештереү, бүлеү, алыш-биреш итеү һәм ҡулланыу процестарына, мәғлүмәти коммуникация технологияларын файҙаланып, һанлы үҙгәрештәр индереүҙе аңлата. Ябай ғына итеп әйткәндә, йәмғиәт­тең хужалыҡ эшмәкәрлеген һанлы электрон саралар ярҙамында алып барыу ул. Беҙҙең хеҙмәткә бының ниндәй ҡатнашлығы бар, тигән һорау тыуырға мөмкин. Росстаттың мәғлүмәти-иҫәпләү системаһы ил­дәге иң ҡеүәтле биш мәғлүмәт са­ра­һына инә. Һуңғы 15 йылда Рос­стат тарафынан мәғлүмәти-иҫәпләү селтәрен яңыртыу тормош­ҡа ашырыла, рәсми статис­тика мәғ­лүмәт­тәрен йыйыуҙы, эшкәртеү­ҙе өҙлөк­һөҙ тәьмин итеү, статистик күҙәтеү­ҙәрҙе аҙ сығым­дар менән алып барыу төп маҡсат булып тора.
Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисадты үҫтереү программаһы рәсми статистиканы, мәғлүмәттәргә идара итеүҙең федераль систе­маһын яңы технологик нигеҙҙә ойош­тороуҙы күҙ уңында тота. Был системаның нигеҙен һанлы Аналитик платформа тәшкил итергә тейеш. Уны булдырыуҙа Росстат­тың әле йәшәп килгән иң һөҙөмтәле мәғлүмәти-иҫәпләү сараларын файҙаланырға кәрәк тигән бурыс ҡуйылған.
– Һанлы иҡтисадты индереү рес­публикала нисек бара? Уның йо­ғонтоһо ойошма-предприя­ти­е­ларҙың эшмәкәр­легендә, ха­лыҡ­тың тормошонда сағыла­мы?
– Росстат һәм уның урындағы органдары бер нисә йыл инде даими рәүештә мәғлүмәт-аралашыу тех­нологияларын файҙаланыуҙы күҙәтә бара.
Республикала тикшерелгән 6412 ойош­маның (улар иҫәбенә бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарынан тыш юридик берәмектәр һәм уларҙың ойошмалары ғына инә) 97 проценты тирәһе үҙҙәренең эшмәкәр­легендә мәғлүмәт-аралашыу технологияларын фай­ҙаланған. Шәхси компьютерҙарҙы барлыҡ ойошма­ларҙа ла тиерлек ҡулла­налар, яҡын киләсәктә уларҙың барыһы ла төр­лө глобаль мәғлүмәт селтәрҙә­рендә эшләйәсәк.
Бөтә кешеләр ҙә мәғлүмәт ресурстарынан файҙалана алһын өсөн республикала байтаҡ эш башҡарыла, һәм был йәһәттән алға китеш бар. Әгәр 2010 йылда 100 ғаиләгә 63 компьютер тура килһә, әле был һан 130-ға етте, Башҡорт­остан ошо күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында 4-се, ә Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында 25-се урында.
Республикала 15 – 22 йәштәге­ләрҙең 71 проценты дәүләт һәм урындағы муниципаль органдар менән интернет, электрон почта һәм һәр төрлө терминалдар аша бәйләнешкә инә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡараған хеҙмәттәрҙең 69, һалым түләүҙең – 28,5, Эске эштәр министрлығы һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына мөрәжәғәт­тәрҙең – 25,5, фән һәм мәғарифҡа бәйле мәсьәләләрҙең – 16,6, тормош-көнкүреш хеҙмәтенә ҡағылған һорау-мөрәжәғәттәрҙең 16,1 проценты интернет селтәре аша бирелә һәм хәл ителә. Тикшере­неүҙәрҙән күренеүенсә, халыҡтың күпселеге үҙенең көндәлек тормошонда һәм эшендә мәғлүмәт технологияларын киң ҡуллана, йәштәр генә түгел, оло йәштәгеләр ҙә интернеттан әүҙем файҙалана.
– Һеҙ етәкселек иткән статис­тика тармағында һанлы иҡти­сад­ты тормошҡа ашырыу нимә бирәсәк, айырып әйткәндә, ха­лыҡ һанын алыу, уның күсеп йөрө­үендәге үҙгәрештәр (миграция хәле) тыуым һәм үлем хаҡында мәғлүмәттәр алыуға ярҙам итәсәкме?
– Төп бурыс – күп һанлы отчет­тарҙы кәметеү, уларҙы йыйыуҙы ябайлаштырыу, шулай уҡ статис­тика мәғлүмәттәренән файҙала­ныу­сыларға уңайлы, ябай шарттар тыуҙырыу, уларҙың үҫә барған талаптарын ҡәнәғәтләндереү.
Әлегә респонденттарға, рәсми мәғлү­мәттәрҙән тыш, төбәк отчеттарын да бирергә тура килә. Был осраҡта һәр мәғлүмәт йә отчет үҙенә башҡа йәшәй, йәғни бер-береһенән айырыла, ә был эштә ауырлыҡтар тыуҙыра. Отчет биреү­ҙе еңеләйтеү һәм уларҙы бер төрлө итеү өсөн Росстаттың Статистика реестры нигеҙендә (күҙә­теү) объекттарының Берҙәм регистры бул­дырыласаҡ. Был эштең тәүге этабы тамамланды ла инде. Статистика күҙәтеүенә алынған барлыҡ объекттарҙың автомат­лаштырыл­ған системаһы булды­рылған. Киләһе аҙым – Росстаттың Статис­тика регистрына бөтә ил буйынса берҙән-бер мәғлүмәт йыйыусы статусы биреү.
Рәсәй Президенты Указына ярашлы, Берҙәм федераль мәғлү­мәт ресурсы төҙөлә, икенсе төрлө әйткәндә – Халыҡ реестры булдырыла. Кешенең тормошондағы ваҡи­ғаларҙы, халыҡтың күсеп йөрөүен теркәүсе ойошмаларҙың мәғлүмәттәре ошонда инәсәк. Был ресурс тулы ҡеүәтенә 2025 йылда эшләй башлаясаҡ тип күҙаллана. Халыҡ реестрын тултырыу 2018 йылда башланды. Халыҡтың тәбиғи үҫеше хаҡындағы мәғлүмәт йыйыу системаһы үҙгәрә, сөнки тыуым һәм үлем тураһындағы төп мәғлүмәтте Халыҡ реестрынан алырға мөмкин буласаҡ.
Шулай уҡ халыҡтың күсеп йө­рө­үе хаҡындағы беренсел мәғлү­мәтте йыйыу эше лә камил­лаш­ты­рыласаҡ. Мәғлүмәт сығанағы итеп Рәсәй эске эштәр министр­лығының миграцияны иҫәпкә алыу дәүләт мәғлүмәт системаһын файҙаланыу ҡарала.
– Әлегә тиклем беҙ дөйөм дәүләт статистикаһы хаҡында һүҙ алып барҙыҡ. Башҡорт­ос­тан­стат алдында нин­дәй бурыс­тар тора, киләсәктә ниндәй эштәр көтә һеҙҙе?
– Урындарҙағы ойошмаларҙың төп бурысы – мәғлүмәт йыйыуҙы һәм туплауҙы автоматлаштырыу. Был йәһәттән тәүге аҙым – мотлаҡ электрон отчет биреүгә күсеү. Интернет аша статистик мәғлүмәт йы­йыу “Рәсәйҙә дәүләт статис­тика­һын 2007 – 2011 йылдарҙа үҫ­те­реү”­­ҙең маҡсатлы программа­һына ярашлы тормошҡа ашырыла башланы.
Респонденттарға мәғлүмәттәрҙе мотлаҡ электрон саралар аша тапшырырға тейеш тигән норматив-хоҡуҡи нигеҙҙәр булмаһа ла, ҙур, уртаса предприятиеларҙан, бюджет ойошмаларынан йыйылған мәғлүмәт 2009 йылда 10 процент тәшкил итһә, 2018 йылда ул 95 про­центҡа еткерелде. Был күр­һәткес буйынса Башҡортос­танстат Росстаттың төбәк органдары араһында тәүге урындарҙы биләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларының 50 проценты отчеттарҙы һаман да ҡағыҙҙа бирергә тырыша. Статис­тика органдары мәғлүмәтте электрон саралар ярҙамында йыйыуҙы киң ҡуллана. Әйтәйек, 2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу барышында шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың 40 процентынан планшетлы компьютерҙар ярҙа­мында мәғлүмәт йыйылды. 2020 йылда уҙасаҡ халыҡ иҫәбен алыу барышында ла планшеттар һәм интернет селтәре киң ҡулла­ныласаҡ.
Халыҡтан мәғлүмәтте интернет аша йыйыу 2018 йылдың октябрен­дә уҙған Һынау иҫәп алыуы ваҡы­тында ла файҙаланылды.
Мәғлү­мәт туплау блогы Дәүләт хеҙмәте күрһәтеү порталына индерелде, илдең һәр кешеһенә һорау алыу ҡағыҙын үҙаллы тултырырға мөмкинлек бирелде. Башҡорт­ос­танда 12,6 меңдән ашыу кеше ошо сарала ҡатнашты. Төп бурыстың икенсеһе – өр-яңы технологияларға күсеү, ул “Мәғлүмәтте эшкәртеүҙең үҙәкләштерелгән системаһы” тип атала, уны ҡулланыу статистика мәғлүмәттәрен эшкәртеү һәм рәсми статистик мәғлүмәттәр алыу ваҡы­тын ҡыҫҡартыуға мөмкинлек бирә­сәк. Әлбиттә, күсеү осоронда был бурысты тормошҡа ашырыу отчет биреүсе ойошмалар өсөн дә, дәү­ләт статистика органдары өсөн дә еңел булмаясаҡ.
2018 йылдың июненән Башҡорт­ос­танстат махсус элемтә оператор­ҙарынан мәғлүмәт алыуҙа үҙәкләш­терелгән берҙәм модулде файҙа­ланыуға күсте.
Өсөнсөнән, дәүләт хеҙмәтен­дә­ге­ләрҙең һанын ҡыҫҡартыу, беҙ уны урындағы белгестәрҙе Үҙәк аппаратына күсереү юлы менән баш­ҡарып сығырға тейешбеҙ. Республика муниципалитеттары билә­мә­һендә эшмәкәрлек алып барған ойошмалар менән хеҙмәттәш­лек­тең яңы формаларын ҡулланыу арҡа­һында был тенденция һаҡланасаҡ.
Әйтергә кәрәк, мәғлүмәт йыйыу­ҙың һәм эшкәртеүҙең юлдары ғына үҙгәреп ҡал­маясаҡ, уны файҙа­ла­ныуҙа ла үҙгәрештәр буласаҡ. Республиканың дәүләт органдары бер нисә йыл элек идара итеүгә бәйле мәғлүмәтте электрон юл менән йыя башланы. Башҡортос­танстат әҙерләгән материалға “Управление” тип аталған дәүләт автомат­лаштырылған систе­маһының төбәк сегменты ҡуйыла, был система республиканың үҫеше һөҙөмтәләрен билдәләргә, стратегик план­лаштырыуҙы тормошҡа ашырырға һ.б. мөмкинлек бирә.
– Инфляция тигән төшөнсә бар. Ғәҙәттә, уның күрһәт­кес­тә­рен көтөп алалар, ошо юҫыҡта бәхәсләшәләр һәм тәнҡит­ләй­ҙәр. Был күрһәткесте иҫәпләгән саҡта хәҙерге заман технологиялары ҡулланыламы?
– Башҡортостанстат белгестәре смартфон һәм планшет ярҙамында магазиндарҙа, баҙарҙарҙа, көнкү­реш хеҙмәте күрһәтеү ойошмаларында хаҡтарҙы теркәй, тикше­релергә тейешле теҙмәне Росстат билдәләй. Ҡулланыу хаҡтарының үҙгәреүен статистик күҙәтеү халыҡ-ара стандарттарға һәм раҫланған статистика метрологияһына таянып алып барыла, был йәһәттән күҙә­теүҙең һайлап алып бөтә донъяла ҡабул ителгән тәжрибәһе ҡулла­ныла.
2018 йылдың ғинуарынан инфляция күрһәткестәрен эшкәртеү һәм билдәләү үҙәкләштерелгән юл менән Росстаттың хаҡтар һәм финанс статистикаһы ида­ралығында тормошҡа ашырыла. Хаҡтар тура­һындағы беренсел мәғлүмәт туранан-тура федераль кимәлдәге Мәғлүмәтте һаҡлау үҙәгенә ебәре­лә. Әйтергә кәрәк, ҡулланыу хаҡта­рына ҡағылған мәғлүмәтте йыйыу һәм эшкәртеү тулыһынса асыҡ рәүештә башҡарыла, хаҡтарҙың ҡасан, ҡайһы ваҡытта һәм ҡайҙа теркәлгәнлеге хаҡында тулы мәғлүмәт бирелә.
Шулай булғас, бында ниндәйҙер бәхәскә, тәнҡиткә урын юҡ тип һанайым.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙы уңышлы башҡарып сығырһығыҙ тип ышанабыҙ.
Читайте нас: