Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2019, 14:20

Ҡар яҙға бирешергә теләмәһә...

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә “Республиканы бергәләп таҙа итәбеҙ!” акцияһына ҡушылып, бөтөн коллектив менән өмәгә сыҡҡан.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә “Республиканы бергәләп таҙа итәбеҙ!” акцияһына ҡушылып, бөтөн коллектив менән өмәгә сыҡҡан.


Уларҙың бер төркөмө ведомство янындағы биләмәне таҙартһа, икенсе өлөш Өфөнөң И. Якутов исемендәге паркында ҡар менән көрәшә: ябай хеҙмәткәрҙәрҙән алып министр, уның урынбаҫарҙарына тиклем һәр кем ҡулына көрәк алған. Күпләп йыйылған ҡар өйөмдәре яҙға бирешергә теләмәй, шуға ла уларҙы таратыу талап ителә.
– Кәйеф шәп, көн дә матур. Ошондай сараларҙа электән дәррәү ҡатнашабыҙ, киләсәктә лә, һис шикһеҙ, шулай дауам итәсәк, – ти ведомство хеҙмәткәрҙәре.
Читайте нас: