Өмә – коллектив хеҙмәт. Эшкә күмәкләп тотонғанда ғына яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин.
Бөгөнгө “Республиканы бергәләп таҙа итәбеҙ!” акцияһына коммерцияға ҡараған ойошма-предприятиелар хеҙмәткәрҙәренең дә ҡушылыуы һөйөнөслө.
Мәҫәлән, баш ҡалалағы “Өфө уттары” концерт залы хеҙмәткәрҙәре лә дөйөм йәмәғәт эшенә тос өлөш индерҙе. Өмәгә ҡырҡҡа яҡын кеше сыҡты. Улар ҡаланы тәртипкә килтереүгә өлөш индереүенә шат.