Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында халыҡтың киләһе айҙа нисә көн ял итәсәге хаҡында белдерҙеләр.
1 һәм 9 майҙарҙа байрам булыу уңайынан 1 – 5 һәм 9 – 12 май көндәре – ял. Эш оҙайлығы 30 апрелдә һәм 8 майҙа бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Ә аҙнаһына алты көн эшләгәндәр 1, 3, 5 һәм 9, 12 май ял итәсәк. Уларҙың да 30 апрелдә һәм 8 майҙа эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Ошо байрамдарҙан һуң халыҡты ғәҙәти ял көндәре – 18, 19, 25, 26 май – көтә.