Билдәле булыуынса, быйыл 3 июндә Башҡортостанда аналоглы телевидение һүндерелә һәм бөтәһе лә һанлыға күсә.
Республика властары һанлы телевидениеға тоташыу өсөн ҡорамал һатып алғанда дәүләт ярҙамына өмөт итә алған граждандарҙы билдәләне. Улар –пенсияһына федераль өҫтәмәләр алған пенсионерҙар, аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләр.
Махсус ҡорамал һатып алыу өсөн 3 июнгә тиклем республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына ғариза ебәрергә кәрәк. Ул ун көн эсендә ҡарала һәм яуап бирелә.
Пенсионерҙар паспорт, федераль өҫтәмә алыуын дәлилләгән документтар һәм йәшәгән урынында теркәлеүе тураһында белешмә әҙерләргә тейеш. Балалы ғаиләләрҙән иһә паспорт, йәшәү урынынан һәм балаларға пособие алыу тураһындағы белешмә кәрәк.
Ғариза ҡәнәғәтләндерелгән хәлдә, был йортҡа хаҡы 6 мең һумдан да ҡиммәт булмаған спутниклы ҡорамал ҡуясаҡтар.