Өфөнөң Совет районы халҡына ике яңы аллеяға исем уйлап табырға тәҡдим итәләр.
Карл Маркс урамында Ибраһимов бульварынан алып Вокзал урамына тиклем ҙур ағастар ултыртыу күҙаллана. Тағы ла бер аллея Сәғит Агиш урамында Салауат Юлаев проспектына төшкән ерҙәге юл айырсаһы эргәһендә асыла.
Иң яҡшы атамаларға конкурс Совет районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сайтында ойошторола.