Донъяның бөтә илдәрендә тиерлек һимеҙ, йыуан кешеләр күбәйә бара. “Бүкәндәр эпидемияһы”н табиптар ҙа таный. Донъялағы һәр өсөнсө кешенең тән ауырлығы норманан юғары, ә һәр унынсыһы һимеҙлектән йонсой.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы үткәргән тикшеренеүҙәргә таянып, иң күп “йыуан”дар йәшәгән илдәргә күҙ һалайыҡ.
1.Америкалағы Самоа. Халыҡтың 93,5 процентына норманан артыҡ ауырлыҡ хас. Элек Тымыҡ океан утрауҙарында йәшәгән халыҡ диетик аҙыҡ менән туҡланһа, хәҙер ситтән килтерелгән ризыҡты хуп күрә.
2. Кирибатиҙа халыҡтың 81,5 проценты “һимеҙҙәр” армияһын тулыландыра. Һуңғы йылдарҙа ситтән килтерелгән артыҡ майлы аҙыҡ һәм эшкәртелгән дөгө ҡулланыу уларҙы ошондай хәлгә юлыҡтырған тигән фараз бар.
3. АҠШ-та халыҡтың 66,7 проценты һимеҙ. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында американдарҙың 24 процентының ауырлығы норманан артһа, әле өстән ике өлөшө артыҡ йыуанлыҡтан ыҙалана. Өҫтәүенә был һан артыуға бара. Эксперттар әйтеүенсә, сәбәбе – май, аҡ май һәм шәкәрҙе самаһыҙ ҡулланыуҙа.
4. Германия халҡы ла ҡалышмай, был илдә һимеҙҙәр 66,5 процент тәшкил итә. Ошо хаҡта йәмәғәтселектә билдәле булғас, сәбәбен һыра эсеүҙә, майлы аҙыҡтар ҡулланыуҙа, физик әүҙемлектең юҡлығында күрәләр. Улар ҙа, башҡалар кеүек үк, тиҙ туҡланыу аҙыҡтарын ҡулланыу, ваҡытты ултырғыста ултырып үткәреү һөҙөмтәһендә һимерә.
Артабан исемлекте Египет, Босния һәм Герцеговина, Яңы Зеландия, Израиль, Хорватия, Англия илдәре дауам итә.