“Йәшел Башҡортостан” акцияһы киң ҡолас алды.
Ер – уртаҡ йортобоҙ. Уны таҙа тотоу – һәр кемебеҙҙең изге бурысы. Айырыуса ул оҙайлы ҡыштан һуң таҙартыуға мохтаж. Был хәҡиҡәтте аңлаған һәр кеше тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән “Йәшел Башҡортостан” республика проектын аңлап ҡабул итте. Ошо йәһәттән “Республиканы бергәләп таҙартайыҡ!” саҡырыуы аҫтында уҙған шәмбе өмәләренә халыҡ ихлас сыҡты. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, төбәктә уҙған тәүге өмәлә 320 мең кеше, 15 960 ойошма ҡатнашҡан, 3 056 берәмек техника йәлеп ителгән, бөтәһе 110 261 кубометр сүп-сар йыйылған.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров та социаль селтәрҙә өмәгә ҡарата фекерен белдерҙе: “Миңә, өмә – боронғолоҡ ҡалдығы һәм, әйҙә, урам һепереүселәр йыйыштырһын, тигән фекер билдәле, ләкин сүп-сарҙы улар ғына ташламай. Мине либераль ҡарашлы ҡала кешеләре әрләһен әйҙә, әммә беҙ өмәләрҙе бик әүҙем үткәрәсәкбеҙ. Әйткәндәй, Көнбайыш илдәрҙә лә халыҡ таҙалыҡ өсөн бергәләп бушлай көрәшә.
Хакимиәттәге һәм Хөкүмәттәге коллегаларым бөгөн, башҡа ирекмәндәр кеүек үк, яҡшы кәйефтә эшләне. Улар менән бергә “Ленин бүрәнәһе”н күтәреп барыр инем дә, Рәсәй Хөкүмәтенә кәңәшмәгә саҡырҙылар. Киләһе өмәләрҙә күрешербеҙ! Ҡатнашҡан һәр кемгә – ҙур рәхмәт!!!”
Әле ер ҡарҙан тулыһынса әрселеп бөтмәгән, шуға ла өмәселәрҙең ҡайһы берҙәренә көстө ҡар һәм боҙҙо таратыуға йүнәлтергә тура килде. Биләмәләрҙәге асыҡ урындарҙа сүп-сар йыйҙылар, ҡала парктарын былтырғы япраҡтан таҙарттылар. Коммуналь хеҙмәт хужалыҡтары туҡталыштарҙы, урамдарҙы таҙартты, йыйылған сүп-сарҙы сығарҙы. Шулай уҡ сәнәғәт һәм сауҙа предприятиелары, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа дәүләт учреждениелары биләмәләре лә ипкә килтерелде.
Район-ҡалаларҙа биләмәләрҙе таҙартыуға өс мең берәмек техника йәлеп ителгән, 110 мең кубометр ҡый, лапы йыйылған. Шулай уҡ өмә байрам төҫө алһын өсөн төрлө алымдар ҙа ҡулланылды. Мәҫәлән, 846 ерҙә туҡланыу нөктәһе ойошторолдо.
Өфө урамдары ла ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Төрлө быуын һәм һөнәр кешеләре – йәштәр, студенттар, ябай хеҙмәткәрҙән алып министрҙарға тиклем “Республиканы бергәләп таҙартайыҡ!” саҡырыуы аҫтында тупланып, ҡулдарына һепертке һәм көрәк алып, баш ҡалабыҙ урамдарын, парктарын, скверҙарын таҙартыуға үҙ өлөшөн индерҙе.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин белдереүенсә, өмәгә 103 мең ҡала халҡы сыҡҡан, 3 832 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйылған. Ҡала хакимиәте башлығы, Өфөнөң төрлө райондарында булып, өмәлә ҡатнашты, ағас ултыртты, халыҡ менән аралашты. Һуңынан ул сарала кешеләрҙең шул хәтлем күп булыуына ихлас шатланыуын, берҙәмлеккә һоҡланыуын белдерҙе.
Өмәләр ойоштороп, тирә-яҡты тәртипкә килтереү беҙҙең тормошҡа совет заманында ныҡлап һалына. Бындай матур сараның бөгөн дә һаҡланып килеүе, әлбиттә, ыңғай күренеш. Эштән береһе лә үлмәгән, ә бына бысраҡҡа күмелеп йәшәһәк, уның эҙемтәләре насар булыуы ла ихтимал.
Былтыр республика буйынса уҙған өмәләрҙә яҡынса 1,4 миллион кеше ҡатнашҡан, бөтәһе 38 мең тонна ҡаты көнкүреш ҡалдығы йыйылған. Быйыл халыҡтың тағы ла әүҙемерәк йәлеп ителеүен иҫәпкә алһаҡ, һандар күпкә артыр тип көтөлә.
Киләһе дөйөм республика өмәһе 27 апрелдә уҙасаҡ, ә Өфөлә был сараны 13 һәм 20 апрелдә лә ойошторорға уйлайҙар.