Быйылғы йылдың тәүге кварталы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 839 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 5,7 процентҡа күберәк. Уларҙа 89 кеше һәләк булған, 1108-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Был һандарҙы ЮХХДИ-ның Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов Хөкүмәт йортондағы кәңәшмә барышында әйтте.
Республиканың Транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән башҡаралған саралар тураһыда һөйләне.
Башҡортостан юлдарында юл-транспорт фажиғәләрә күпләп теркәлгән 136 урын асыҡланған. Уларҙы бөтөрөү маҡсатында махсус комиссия эш башлаған. Белгестәр был урындарҙы ентекләп өйрәнәсәк. Унда юл билдәләре ҡуйыласаҡ, юлдар ремонтланасаҡ, соҡорҙар ямаласаҡ. Яңы термопластик һыҙаттар һыҙыу, фотовидеотеркәү камераларын ҡуйыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирер, тип көтөлә.
“Был мәсьәләгә һуңғы ваҡытта ҙур иғтибар бирәбеҙ. Үлемесле авариялар – тәү сиратта яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр өсөн ҙур фажиғә. Юлдарҙы хәүефһеҙ итеү – мөһим дәүләт бурысы, беҙ уны хәл итергә тейешбеҙ. Уңышҡа өлгәшеү өсөн, бының менән иртәнән кискә тиклем шөғөлләнергә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.