Был аҙнала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының яңы етәксеһе менән таныштырҙы.
Ул, билдәле булыуынса, 2008 – 2010 йылдарҙа республика Хөкүмәтенең Премьер-министры бурысын атҡарған Раил Сарбаев.
Төбәк етәксеһенең был ҡарарына политолог Дмитрий Михайличенко тәнҡит белдергән. “Сарбаев республикаға файҙа килтерә алырмы?” тигән риторик һорау ҡуйған ул “Фейсбук”тағы битендә.
Әммә аңлатмаларҙа уның был һүҙҙәрен яҡлаусы табылмаған. Халыҡ Раил Сәлих улын тәжрибәле идарасы тип баһалаған, уға ҙур ышаныс бағлауын әйткән, уңыштар теләгән, “Радий Фәрит улы барыһын да дөрөҫ эшләй” тип белдергән.